Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Декабрь 2025, 18:04

Һәм тағы ла Салауат Юлаев һәйкәленә бәйләнәләр

Башҡортостан мәктәптәрендә кем балаларҙы социаль статусы буйынса бүлә? 

Һәм тағы ла Салауат Юлаев һәйкәленә бәйләнәләрҺәм тағы ла Салауат Юлаев һәйкәленә бәйләнәләр
Һәм тағы ла Салауат Юлаев һәйкәленә бәйләнәләр

Башҡортостандың дәүләт учреждениеларына, йәнәһе, Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хат ебәрелә. Унда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау белгестәр етешмәү сәбәпле 2030 йылға тиклем һуҙыласаҡ тип раҫлана.

Бынан тыш, документта альтернатив вариантты ҡарау өсөн бөтөнләй абсурд тәҡдим дә бар – шул уҡ постаментта йәки уның янында Емельян Пугачевҡа яңы һәйкәл төҙөү.

Хәлде "Фактчекинг по-башкирски" телеграм-каналы тикшерҙе. Әлбиттә, был хат – ялған! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле — федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты. Бөтә эштәр ҙә киләсәк быуындар өсөн бындай объекттарҙың һаҡланыуын гарантиялаған ҡануниәткә ярашлы башҡарыла. Проект тарихи монументты алмаштырыуҙы йәки үҙгәртеүҙе күҙ уңында тотмай.

Реставрация эштәренә Рәсәй художество академияһының алдынғы эксперттары һәм белгестәре йәлеп ителгән. Эшмәкәрлек Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы, Ростехнадзорҙың Көнбайыш Урал идаралығы, шулай уҡ Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау буйынса махсус булдырылған Күҙәтеү советы күҙәтеүе аҫтында алып барыла.

Күҙәтеү советы ағзалары мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта бөтә эштәр график буйынса бара. Реставрацияланған һәйкәлде 2027 йылдың апрелендә кире ҡайтарыу планлаштырыла. Һәйкәлде реставрациялау тураһындағы бөтә ышаныслы яңылыҡтарҙы "Салауат Юлаев. Реставрация” каналында белергә була.

Украина ЦИПСО-һы координациялаған ТГ-каналдарҙа пенсионерҙы көсләгән һәм суд процесынан ҡасыу өсөн фронтҡа ҡасҡан МХО-ла ҡатнашыусы тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыла. 2021 йылда Дмитрий Мальков иҫерек килеш Мораҡ ауылында йәшәгән ҡарсыҡтың өйөнә бәреп инә, уны туҡмай һәм көсләй, етди йәрәхәттәр килтерә. Авторҙар быны язаны хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу менән алмаштырыу тураһындағы закон менән бәйләй, ғәйепләнеүселәрҙе ебәргән өсөн полиция өсөн премиялар тураһында ла әйтә.

Ысынбарлыҡ ниндәй? Мировой судья Мальковтың эшен РФ Енәйәт кодексының 115-се статьяһы (һаулыҡҡа аңлы рәүештә еңелсә зыян килтереү) һәм 139-сы статьяһы (торлаҡҡа тейелгеһеҙлекте боҙоу) буйынса ҡарай, әммә көсләү факты асыҡланмай.

Мальков 2022 йылдың көҙөндә үҙенең теләге буйынса түгел, ә дөйөм мобилизация сиктәрендә фронтҡа китә. Эш буйынса производство уның булмауы арҡаһында туҡтатыла, ә һуңыраҡ, ауыр булмаған енәйәттәр өсөн ҡаралғанса, ваҡыты үткәндән һуң ябыла.

Экстремистик каналдар һәм ЦИПСО йыш ҡына МХО-ла ҡатнашыусылар темаһына спекуляция яһай. Шундай юҡ-барға ышанмайыҡ!

Уҙған аҙнала “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡортостан яңылыҡтары” төркөмөндә Башҡортостандағы мәктәп ашханаһында өҫтәлдәрҙә “аҙ тәьмин ителгәндәр” һәм “МХО” тигән табличкалар ҡуйылған фотоһүрәт менән пост барлыҡҡа килде. Был, йәнәһе балаларҙы социаль статус буйынса бүлеү өсөн эшләнгән.

Был – ялған! Ошондай уҡ фото Хәүефһеҙ интернет лигаһы директоры Екатерина Мизулинала ла баҫылып сыға, унда ул фотоның, моғайын, Азов ҡалаһында (Ростов өлкәһе) төшөрөлгәндер тип билдәләй.

Бынан тыш, бының Башҡортостанға ла, башҡа бер төбәккә лә ҡағылышы булмаған сәхнәләштерелгән фотоһүрәт булыуы мөмкин. Республикабыҙҙа бындай хәлдәр күҙәтелмәй — был илде тотороҡһоҙландырыу һәм йәмәғәтселек фекере менән манипуляциялау өсөн сит илдәрҙән типик ялған таратыу.

Бындай “яңылыҡтар” таратыусы пабликтар, күрәһең, дәүләт ярҙамы саралары тураһында ялған фекерҙәр тыуҙырып, дошман өсөн файҙа килтерә.

“Пруфы” баҫмаһы һәр саҡтағыса әллә тикшерелмәгән, әллә уйлап сығарылған мәғлүмәттәр таратыуын дауам итә. Был юлы улар “Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе”н сит ил агенттары тип иғлан иткән.

Был бигерәк тә дәүләт кимәлендә ойошманың эшмәкәрлеген хуплау һәм яҡлау фонында “ҡыҙыҡ” күренә. 2022 йылда Владимир Путин Кремль сайтында “Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһен” 155 йыллығы менән ҡотлай, уның “намыҫлы” һәм “кешеләргә фиҙакәр хеҙмәте”н билдәләй. Бындай ҙур хаталарға юл ҡуйылырға тейеш түгел дә бит!

Баҫманың телеграм-каналы иһә Өфөнөң Балалар туҡланыуы үҙәгенең эше 30 тәүлеккә туҡтатылыуы тураһында мәғлүмәт менән пост баҫтырып сығарҙы. Был хәл имеш Калинин район суды ҡарары буйынса булған. Әммә был яңылыҡ ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Әйҙәгеҙ, нимә булғанын асыҡлайыҡ.

Һүҙ учреждениены тулыһынса ябыу тураһында түгел, ә 131-се мәктәптә аҙыҡ-түлек блогының эшен ваҡытлыса туҡтатыу тураһында бара. Унда йәшелсә сеймалын ҡулланыу буйынса ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡлана. Был ҡарар 2025 йылдың 18 декабренә тиклем генә ғәмәлдә һәм ҡәтғи сикләнгән эш участкаһына ҡағыла.

Шул уҡ ваҡытта 18 ноябрҙән аҙыҡ-түлек блогы вакуум төргәгендәге йәшелсә ярымфабрикаттарына күсә. Бындай алмаштырыу “Роспотребнадзор” талаптарына яуап бирә һәм туҡланыу хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Үҙәктең башҡа бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй, һәм учреждениеның эшмәкәрлеге туҡтатылмай.

Өфөнөң мәғариф идаралығы һәм үҙәк вәкилдәре рәсми рәүештә эштең тулыһынса туҡтатылыуы тураһында хәбәрҙәрҙең ялған булыуын раҫланы. Ҡала мәктәптәрендә туҡланыу өҙлөкһөҙ башҡарыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас