Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Декабрь , 22:28

Себендән фил яһайҙар!

Ысын журналистика бындай булмай. 

Себендән фил яһайҙар!
Себендән фил яһайҙар!

9 декабрҙә Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Был датаға Башҡортостан Прокуратураһы һәр йылдағыса үҙ эшенә яҡынса йомғаҡ яһаны. Ғәҙәттәгесә, Рәүфә Рәхимованың статистикаға һәм йомғаҡтарға һөйөүе менән билдәле булған ресурстары яңғырауыҡлы мәҡәләләр баҫтырырға тотондо: имеш, “республика коррупцияға батҡан” тип яҙа улар. Был классика: иң мөһиме — негатив таратыу.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы Башҡортостан Прокуратураһының эш йомғаҡтарын ентекләп өйрәнергә һәм уҙған һәм быйылғы күрһәткестәрен сағыштырырға булған.

Һандар нимә тураһында һөйләй? Асыҡланған коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙар һаны кәмегән: әгәр үткән осорҙа улар 5 меңдән күберәк булһа, әле — 3,5 меңдән ашыу. Асыҡланған коррупция енәйәттәренең һаны 100-ҙән ашыу осраҡҡа кәмегән. Килем тураһында мәғлүмәттәрҙе йәшереү менән бәйле осраҡтар һаны 1,3 меңдән 1,1 меңгә тиклем кәмегән.

Мәғлүмәттәрҙән сығып, төп күрһәткестәр түбәнәйә, тигән һығымта яһарға мөмкин. Был республикала коррупцияға ҡаршы тороуҙың даими иғтибар үҙәгендә ҡалыуын күрһәтә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Волга буйы федераль округының ҡайһы бер төбәктәрендә бындай закон боҙоуҙарҙың артыуы күҙәтелә. Канал округтың башҡа төбәктәренең ошондай уҡ отчеттарын өйрәнгән һәм уларҙың ҡайһы берҙәрендә бындай күрһәткестәрҙең йыш ҡына артыуын билдәләй. Тик ниңәлер оппозиция баҫмаһы хеҙмәткәрҙәре һандар республика файҙаһына һөйләгән төбәктәрҙе сағыштырырға яратмай (һәм беҙ ни өсөн улай икәнен аңлайбыҙ).

Бер аҙ анализ һәм ябай иҫәпләүҙәр үткәреп, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары эше һөҙөмтәле булыуын күрәбеҙ. Тап уларҙың системалы эшмәкәрлеге арҡаһында Башҡортостанда коррупцияға бәйле енәйәттәр һаны эҙмә-эҙлекле кәмей.

Үҙен алданған өлөшсөләрҙе һәм  шәхси торлаҡ төҙөүселәрҙе яҡлаусы тип таныған таксист Альберт Рәхмәтуллин был проблемалар тураһында яҙыуын дауам итә. Тәү ҡарашҡа, ул был ауырыу темаға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә. Әммә тәрәнерәк ҡаҙып, был күренеш яһау ғына икәнен аңларбыҙ.

Алданған өлөшсөләр һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө темаһы менән аҙ ғына булһа ла таныш булған бөтә кешеләр ҙә был мәсьәләне хәл итеү өсөн хоҡуҡи экспертиза, конструктив башланғыстар, властар менән диалог кәрәклеген аңлай. Быны яҡшы белгән Альберт Рәхмәтуллин кешеләрҙе һөҙөмтәһеҙ, ҡайһы берҙә зарарлы ғәмәлдәр башҡарырға этәрә: пикеттар, митингыларға белдереүҙәр биреү, йәмәғәт ғауғалары.

Был уға ни өсөн кәрәк? “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы яҙыуынса, ул сит кеше ҡайғыһында аҡса эшләй. Йәнәһе, бер комплекстың алданған өлөшсөләренән уларҙың проблемаһын хәл итеү өсөн аҡса ала алған, әммә бер ниндәй ҙә эшлекле идеялар бирмәгән тигән имеш-мимеш тарала. Уның бар ярҙамы чиновниктарҙы ҡаралаусы постар яҙыуҙан ары китмәй. Күптәр уның был “эшмәкәрлеген” аңлап алған һәм уның менән бәйләнешкә инергә теләмәй.

Үҙен-үҙе йәмәғәтсе тип танытыусының киҫкен социаль темаларға яҙыуының икенсе сәбәбе – ябай хайп. Хайп иһә уға үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге ресурстарына кеше йәлеп итеү өсөн кәрәк, был һуңынан донаттар ярҙамында һәм башҡа ысулдар менән аҡса эшләргә ярҙам итә. Контент өҫтөндә ул артыҡ баш ҡатырмай: башҡаларҙың фотоларын, текстарын һәм видеоларын урлай.

Сағыштырыу өсөн хәҙер дәүләт органдары – төбәк Төҙөлөш министрлығы һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың оҡшаш хәлдәрҙә нисек эшләүен ҡарап сығайыҡ. Республикала төҙөүселәр тарафынан алданған кешеләрҙең хоҡуҡтары комплекслы тергеҙелә: эш хоҡуҡи, финанс һәм ойоштороу йүнәлештәрендә алып барыла. Оҙайлы механизмдар эшләү өсөн зыян күреүселәр реестры булдырылған.

Бына һуңғы ыңғай миҫал. Подрядсыларҙың береһе буйынса хәл итеү юлы табылған: йорттар тулыһынса төҙөлөп бөтәсәк, бенефициарҙар финанслауға йәлеп ителәсәк һәм зыян күреүселәргә өҫтәмә йөкләмә һалынмаясаҡ. Ә Альберт Рәхмәтуллин нимә эшләгән? Һығымталарҙы үҙегеҙ яһағыҙ.

10 декабрҙә “РБК” баҫмаһы Кеше хоҡуҡтары буйынса омбудсмен Татьяна Москалькованың фекере менән яңылыҡ баҫтырып сығара. Ул Башҡортостанда дарыуҙар менән тәьмин ителеште тәнҡитләй. Шул уҡ көндө республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был яңылыҡҡа яуап һәм хәлгә аңлатма бирә. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә көн һайын 10 меңгә яҡын льготалы рецепт яҙыла, уларҙың 96 проценты тотҡарлыҡһыҙ тәьмин ителә.

Шулай уҡ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса комплекслы “юл картаһын” тормошҡа ашыра. Медицина учреждениелары клиник тәҡдимдәргә һәм ярҙам күрһәтеү стандарттарына ярашлы ғаризалар төҙөй. Дарыуханалар селтәрендәге ҡалдыҡтарҙы иҫәпкә алып, министрлыҡтың штаттан тыш баш белгестәре препараттарға ихтыяжды баһалай.

“РБК”, яуаплы киң мәғлүмәт сараһы булараҡ, әлбиттә, ведомствонан яуапты баҫтырып сығарҙы. Проблема һәм мәсьәлә хәл ителгән кеүек тойола. Объектив тәнҡиткә объектив яуап барлыҡҡа килә. Әммә ике көндән һуң беҙҙең билдәле оппозиция баҫмалары Татьяна Москалькованың фекерен генә телгә алып, пост баҫтырып сығара. Һәм ниңәлер Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дәлилдәрен төшөрөп ҡалдыра.

Был Рәүфә Рәхимованың һәм уның ресурстарының маҡсаттары ваҡиғаларҙы мәғлүмәт менән яҡтыртыу түгел, ә республика властарын дискредитациялау буйынса әүҙем деструктив эш алып барыуын асыҡ күрһәтә. Улар үҙҙәренең эше менән проблемаға һәр яҡлап өйрәнеү һәм объектив ҡараш талап итмәгән псевдожурналистика миҫалын күрһәтә. 

“Однажды в Башкирии” телеграм-каналы сираттағы тапҡыр юҡтан яңылыҡ яһаны. Улар шатланып хәбәр итә: 2870 кеше Егор Кридты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменән мәхрүм итергә теләй! Һис шикһеҙ, һандар ҙур, әгәр һеҙ коммуналь фатирҙа йәшәйһегеҙ икән.

Әммә, әйҙәгеҙ, калькуляторҙы һәм ябай мәктәп белемен эшкә ҡушайыҡ: был - төбәк халҡының 0,07 проценты. Был тиклем халыҡты йыйыу өсөн телеграмда бер нисә паблик һәм ялған өс бот етә. Әммә оппозицияға себендән фил эшләү мөһим.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас