Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Декабрь , 12:15

Данияр Абдрахмановҡа яңы вазифа

Был турала республика етәксеһе бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Данияр Абдрахмановҡа яңы вазифа
Данияр Абдрахмановҡа яңы вазифа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Данияр Абдрахманов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был турала республика етәксеһе бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Белешмә:

Абдрахманов Данияр Мәүлиәр улы 1980 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Рәсәй дәүләт социаль университетында, Татарстан Фәндәр академияһында профессиональ ҡайтанан әҙерлек үтә. Философия фәндәре кандидаты, доцент.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылда “Уфаводоканал” муниципаль унитар предприятиеһында башлай.

2004-2007 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы.

2007-2016 йылдарҙа - Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы доценты.

2005-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Фәндәр академияһының милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү Үҙәгенең ғилми секретары, директор урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы.

2016-2019 йылдарҙа – Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рухи именлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты директоры.

2019-2021 йылдарҙа Болғар ислам академияһы ректоры (Татарстан Республикаһы, Болғар ҡалаһы).

2021-2025 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры. 2025 йылда– Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас