Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Декабрь , 21:30

Милләт-ара мөнәсәбәттәр торошо тикшерелде

Көн тәртибендә – махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара тотороҡлолоҡто һаҡлау мәсьәләләре.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр торошо тикшерелде
Милләт-ара мөнәсәбәттәр торошо тикшерелде

17 декабрҙә Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, төбәктең традицион конфессияларының рухи лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмәләр етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендәмахсус хәрби операция шарттарында милләт-ара тотороҡлолоҡто һаҡлау мәсьәләләре. Башҡортостан Башлығы, был йүнәлештә системалы эште дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы сиктәрендә алып баралар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ноябрь аҙағында Президентыбыҙ 2036 йылға тиклемге осорға дәүләт милли сәйәсәтенең яңы Стратегияһын раҫланы. Уның маҡсаты – Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген нығытыу, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бөтә эшебеҙ – концепциялар, дәүләт программалары, мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеге – дәүләт милли сәйәсәтенең федераль вертикаленә индерелгән һәм заманса саҡырыуҙарға яуап бирә.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, 2025 йыл милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһе өсөн бай булды.

– Беҙ бөтәбеҙҙе берләштергән яңы байрамдар – Милли кейем көнө, Бейеү көнө, “Урал батыр” эпосы көнө башланыҡ. Республиканан ситтә лә беҙҙең форумдар һәм фестивалдәрҙең популярлығы арта - Китап байрамы, “Әйҙә, уйнарға”, “Тамға”. 19 тарихи-мәҙәни үҙәк –республика Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары йәлеп итеү нөктәһе булды. Башҡортостандың алты тарихи-мәҙәни үҙәге башҡорт халҡы тупланып йәшәгән төбәктәрҙә уңышлы эшләй, - тине Радий Хәбиров. – Махсус хәрби операция шарттарында тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге мәҙәниәт мәсьәләләре менән генә сикләнмәй. Тәүге көндәрҙән үк улар гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора, Донецк һәм Луганск ҡалаларынан килгән балалар өсөн саралар үткәрә.

Республикала полилингваль мәктәптәр селтәрен үҫтереү ҙә мөһим эш йүнәлеше булды. Быйыл Тәтешле районында һәм Стәрлетамаҡта ошондай учреждениелар асылыу менән уларҙың дөйөм һаны 11-гә етте.

– 2030 йылға тиклем уларҙың һанын 16-ға тиклем арттырыу һәм дөйөм алғанда уларҙың эш тәжрибәһен дөйөмләштереү планлаштырыла, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһенә республика ярҙамы саралары хаҡында һөйләне. Улар иҫәбендә –мөһим программаларҙы һәм сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидиялар, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды конкурстары.Һуңғы алты йылда Фонд 24 конкурс үткәрҙе, 990-дан ашыу социаль әһәмиәтле, шул иҫәптән этномәҙәни проекттарға ярҙам итте. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумдан ашҡан, – тине Радий Хәбиров.

Республика Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов төбәктәге милләт-ара мөнәсәбәттәр торошо тураһында йәмәғәтселек фекерен социологик тикшереүҙәр һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, респонденттарҙың 90,5 проценты уларҙы һәйбәт тип баһалай.

– Башҡортостанда халыҡтың гражданлыҡ үҙаңы кимәле күтәрелеүен күрәбеҙ, - тине Марат Мәрҙәнов. – Йәштәрҙә – 18-24 йәштәгеләр араһында гражданлыҡ үҙенсәлегенең юғары кимәлен айырыуса билдәләп үтергә теләйем. Был республикала патриотик тәрбиәнең һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.

Ул махсус хәрби операция осоронда ҡырҡа йышайған сит илдәрҙән мәғлүмәт һөжүменә ҡаршы тороуҙың мөһимлеген билдәләне.

Беҙ ҙур тышҡы тәьҫирҙәрҙең үҙәгендә торабыҙ. Уның төп маҡсаты – дәүләтселегебеҙҙең нигеҙҙәрен ҡаҡшатыу, уның этноконфессиональ компонентын “һелкетеү”, – тине Марат Мәрҙәнов. - Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операция йәмғиәтебеҙҙе берләштереүгә булышлыҡ иткәнен күрәбеҙ. Башҡорт халҡының менталитеты һәм уның бай хәрби тарихы бында мөһим фактор булып тора.

Ултырышта шулай уҡ республиканың дини лидерҙары – Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рус Православие Сиркәүенең Мәскәү патриархаты Башҡортостан митрополияһы башлығы, митрополит Филарет, Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин һәм республиканың баш раввины Дан Кричевски сығыш яһаны. Улар, халыҡтың берҙәмлеген нығытыу традицион конфессиялар өсөн өҫтөнлөк булып ҡала, тип билдәләне, шулай уҡ республика етәкселегенә мәғрифәтселек проекттарына булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында төбәктең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм халыҡ менән конструктив диалог алып барғандары өсөн дини лидерҙарға рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова Башҡортостандың милли-мәҙәни берләшмәләренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул, атап әйткәндә, ойошма филиалдары патриотик акциялар үткәрә, маскировка селтәре һәм окоп шәмдәре етештерә, әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек, хужалыҡ-көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙата, тип хәбәр итте. Шулай уҡ республика халыҡтарының милләт-ара берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек эшенә һәм мәҙәни-күмәк сараларға ҙур иғтибар бүленә. Был эш федераль кимәлдә лә юғары баһалана.

2025 йылда Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто “Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләр өсөн” номинацияһында “Милләт ғорурлығы” Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаттары иҫәбенә инде, – тип билдәләне Эльмира Саматова. Ултырыш аҙағында төбәк етәксеһе Совет ағзаларына 2025 йылдағы һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе, яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Президентыбыҙ 2026 йылды Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Республика Хөкүмәтенә уны үткәреүгә әҙерлек башларға ҡушам. Федераль саралар раҫланғас, беҙ Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы бурыстарын маҡсатлы тормошҡа ашырыу өсөн үҙебеҙҙең норматив актты оператив ҡабул итәсәкбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас