Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь , 19:40

4,5 сәғәт дауам итте

Владимир Путин 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. 

4,5 сәғәт дауам итте
4,5 сәғәт дауам итте

Мәскәүҙәге Ҡунаҡһарайҙа “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” — тура бәйләнеш һәм ҙур матбуғат конференцияһын берләштергән ҙур сара тамамланды. Ул 4 сәғәт 30 минут дауам итте. Был арала Владимир Путин 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе.

Президент менән иң оҙон тура бәйләнеш 2013 йылда була, ул 4 сәғәт 47 минут дауам итте, быйылғыһы ла оҙон булды.

РФ Президентының рәсми вәкиле Дмитрий Песков белдереүенсә, дәүләт башлығы “Йыл йомғаҡтары”на бер нисә көн әҙерләнә, төнгә тиклем эшләй.

Тура бәйләнеш өсөн граждандар һорауҙарын йыйыу 4 декабрҙә башланды һәм сара тамамланғансы дауам итте. Уларҙы 2024 йылдағы кеүек үк, GigaChat системалаштыра. Рәсәйҙәрҙең мөрәжәғәттәре һаны дүрт сәғәт эфирҙан һуң 3 миллиондан ашып китте.

Рәсәй Президенты менән тура бәйләнештә Башҡортостан журналистары ла эшләне. Улар – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Илдар Байбулатов һәм видеооператор Артур Хөснөтдинов, “Башҡортостан Республикаһы” мәғлүмәт агентлығы медиаредакторы Марсель Байдәүләтов һәм “Әбйәлил” гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина.

Хеҙмәттәштәребеҙҙең береһе – “Башинформ” журналисы Ләйсән Закирова Владимир Путинға үҙенең һорауын бирә алды. Ул Рәсәй Президентына Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Һорауы Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында ине.

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас