Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь , 16:25

Башҡортостан миҫалы – тотош Рәсәй өсөн өлгө

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостан миҫалы – тотош Рәсәй өсөн өлгө
Башҡортостан миҫалы – тотош Рәсәй өсөн өлгө

17 декабрҙә Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара тотороҡлолоҡто һаҡлау мәсьәләләре. Башҡортостан Башлығы, был йүнәлештә системалы эште дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы сиктәрендә алып барабыҙ тине.

– Ноябрь аҙағында Президентыбыҙ 2036 йылға тиклемге осорға дәүләт милли сәйәсәтенең яңы Стратегияһын раҫланы. Уның маҡсаты – Рәсәйҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеген нығытыу. Беҙҙең бөтә эшебеҙ – концепциялар, дәүләт программалары, мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеге – дәүләт милли сәйәсәтенең федераль вертикаленә индерелгән һәм заманса саҡырыуҙарға яуап бирә, – тине Радий Хәбиров. – 2025 йыл милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһе өсөн бай булды. Беҙ бөтәбеҙҙе берләштергән яңы байрамдар – Милли кейем көнө, Бейеү көнө, “Урал батыр” эпосы көнө башланыҡ. 19 тарихи-мәҙәни үҙәк –республика Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары йәлеп итеү нөктәһенә әйләнде. Башҡортостандың алты тарихи-мәҙәни үҙәге башҡорт халҡы тупланып йәшәгән төбәктәрҙә уңышлы эшләй. Махсус хәрби операция шарттарында тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге мәҙәниәт мәсьәләләре менән генә сикләнмәй. Тәүге көндәрҙән үк улар гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора, Донецк һәм Луганск ҡалаларынан килгән балалар өсөн саралар үткәрә.

Башҡортостандағы милләт-ара мөнәсәбәттәр Рәсәй субъекттарында милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу миҫалы булып тора. Башҡортостанда хәҙерге милләт-ара мөнәсәбәттәре, был төбәктә милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу сиктәрендә властың бөтә кимәлдәренең даими, тырыш, төплө эш һөҙөмтәһе.

Башҡортостан тәжрибәһе федераль кимәлдә юғары баһалана. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе кәңәшсеһе Абдулғәмит Булатов күптән түгел төбәк властарының милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса әүҙем эш алып барыуын билдәләне, республика йәмғиәтте туплау миҫалын күрһәтә тине.

Илдең сәйәси тотороҡлолоғо һәм эҙмә-эҙлекле үҫеше формулаһы булараҡ милләт-ара татыулыҡты һаҡлау кәрәклеге федераль кимәлдә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип таныла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеүе быны асыҡ итеп күрһәтә.

Республикабыҙҙа милләт-ара тыныслыҡ – Башҡортостан халыҡтарының күп быуатлыҡ тарихының һәм мәҙәни-тарихи традицияларының дауамы. Рәсәй Президенты Владимир Путин алыҫ 2011 йылда билдәләүенсә, “Башҡортостанда, бер тамсы һыу кеүек, бөтә Рәсәйебеҙ мәҙәниәттәре, диндәре, телдәре һәм халыҡтар дуҫлығы сағыла”. Башҡортостан ил етәкселегенең ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә кимәлдәге көстәрҙе туплау миҫалы булып тора.

– Президентыбыҙ 2026 йылды Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Республика Хөкүмәтенә уны үткәреүгә әҙерлек башларға ҡушам. Федераль саралар раҫланғас, беҙ Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы бурыстарын маҡсатлы тормошҡа ашырыу өсөн үҙебеҙҙең норматив актты оператив ҡабул итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров ултырышта быға ҡарата.

Тышҡы саҡырыуҙар һәм ҙур һынауҙар, хәрби конфликттар йәки социаль-иҡтисади көрсөктәр шарттарында, Башҡортостан күп милләтле йәмғиәттең берләшеү феноменын күрһәтә. Был ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу гражданлыҡ үҙаңының өлгөрөүенең сағыу индикаторы булып тора, ул саҡта локаль йәки этномәҙәни айырмалыҡтар дөйөм яҙмыш һәм дөйөм Рәсәй гражданлыҡ үҙенсәлеген нығытыу тойғоһо алдында сигенә. Был процесс дөйөм маҡсаттарҙы һәм теләктәшлекте тәрән аңлауҙы сағылдыра, был тотороҡлолоҡтоң фундаменталь ресурсына әйләнә.

Республикала формалашҡан уникаль “милләт-ара татыулыҡ формулаһы “ төбәктең генә түгел, тотош Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси тотороҡлоғоноң төп нигеҙҙәренең береһе тип таныла. Эксперттар ыңғай баһалаған был модель уникаль телдәр һәм мәҙәниәттәр өсөн зыян килтермәйенсә дөйөм гражданлыҡ үҙенсәлеген нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле сәйәсәттә ята. Уның нигеҙендә милли-мәҙәни берләшмәләр араһында диалогты системалы яҡлау, хоҡуҡи һәм мәғариф өлкәһендә тел төрлөлөгөн һаҡлау, шулай уҡ үҙ-ара ихтирам тәрбиәләү ята.

Хәҙерге заманда халыҡтарҙы тарҡатыуҙың тышҡы ынтылыштарына әүҙем ҡаршы тороу мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк. Бында төп инструмент булып берләштереүсе ҡиммәттәрҙе өйрәнеү һәм нығытыу тора: патриотизм, дөйөм тарихҡа хөрмәт, үҙ-ара ярҙам, ғаилә традициялары һәм закон өҫтөнлөгө. 160-тан ашыу халыҡтың үҙенсәлеге һәм дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеге гармониялы берләшкән Башҡортостан тәжрибәһе бындай эштең уңышлы миҫалы булып тора. Ул төрлөлөктөң уртаҡ ҡиммәттәргә һәм дөйөм гражданлыҡ яуаплылығына нигеҙләнгәндә берҙәмлекте көсһөҙләндермәүен, ә көсәйтеүен күрһәтә.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова Башҡортостандың милли-мәҙәни берләшмәләренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ойошма филиалдары патриотик акциялар үткәрә, маскировка селтәре һәм окоп шәмдәре етештерә, кәрәкле әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек, хужалыҡ-көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙата. Шулай уҡ республика халыҡтарының милләт-ара берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек эшенә һәм мәҙәни-күмәк сараларға ҙур иғтибар бүленә. Был эш федераль кимәлдә лә юғары баһалана.

– 2025 йылда Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто “Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләр өсөн” номинацияһында “Милләт ғорурлығы” Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаттары иҫәбенә инде, – тип билдәләне Эльмира Саматова. – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто 30 йылдан ашыу эшләй. Учреждение эшмәкәрлеге республикабыҙҙың күп милләтле халҡының дөйөм Рәсәй гражданлыҡ үҙенсәлеген һәм берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән. Халыҡтар дуҫлығы йорто 26 филиал – тарихи-мәҙәни үҙәкте берләштерә: 20 республикала һәм алтыһы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм 37 милли-мәҙәни үҙәктең эшен координациялай.

 

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Милләт-ара татыулыҡ – киләсәк еңеүҙәребеҙҙең һәм системаның ағымдағы этапта тотороҡлолоғоноң нигеҙе. Әлбиттә, был үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәгән: милләт-ара һәм конфессия-ара килешеү – бик ҙур, тырыш эш һөҙөмтәһе. Башҡортостандың күп быуатлыҡ тарихы был мәсьәләләргә бөтә этаптарҙа ла ҙур иғтибар бирелеүен иҫбатлай.

Был системалы эштә дәүләт власы органдары менән бер рәттән йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем ҡатнаша. Әле федераль кимәлдәге стратегик документтар: РФ Тел сәйәсәте концепцияһы һәм РФ Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы ҡабул ителгәндә, республикала ҡабул ителгән төп ҡарарҙарҙың уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн йөкмәтке булыуын күрәбеҙ. Әйткәндәй, Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған халыҡ-ара практик конференцияла беҙ Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы менән сағыштырҙыҡ, һәм шул күренә: унда беҙ әленән әүҙем тормошҡа ашырған положениелар күп. Стратегик документтарҙы тормошҡа ашырыу буйынса "юл картаһы"на үҙ тәҡдимдәребеҙҙе индерәсәкбеҙ.

Республика практикалары: полилингваль мәктәптәр селтәре, мәҙәни үҙәктәр селтәре, төбәк тел гранттарын бүлеү, календарҙа милли кейем көнө һәм башҡа саралар кеүек даталарҙы нығытыу телде һәм мәҙәниәтте өйрәнеү буйынса һорауҙы ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә. Улар инновацион практикалар булып тора, уларҙың тәжрибәһен федераль кимәлдә лә таратырға мөмкин һәм кәрәк.

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас