Рәсәй Президенты менән тура бәйләнештә Мәскәүҙә Башҡортостан журналистары ла эшләй. Улар – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Илдар Байбулатов һәм видеооператор Артур Хөснөтдинов, “Башҡортостан Республикаһы” мәғлүмәт агентлығы медиаредакторы Марсель Байдәүләтов һәм “Әбйәлил” гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина.
Әле генә хеҙмәттәштәребеҙҙең береһе – “Башинформ” журналисы Ләйсн Закирова Владимир Путинға үҙенең һорауын бирә алды. Ул Рәсәй Президентына Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Һорауы Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында ине.
– Беҙ бер нисә йыл инде Мысырҙа, Нил зонаһында ошондай уҡ структура менән шөғөлләнәбеҙ. Унда бик яҡшы майҙансыҡ бар. Минеңсә, был яҡшы һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш. Бындай проекттарҙы беҙ башҡа бер нисә партнер дәүләттәрҙә ҡарайбыҙ. Һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан тәжрибәһе файҙаланыласаҡ. Үҫешкән технологик базаһы, сәнәғәт базаһы булған Башҡортостан үҙ ролен уйнаясаҡ һәм алдына ҡуйған бөтә маҡсаттарға өлгәшәсәк, тип ышанам. Федераль хөкүмәттән, кәрәк булһа, һеҙгә ярҙам итеүен һорайым, — тип яуапланы дәүләт башлығы.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!