

Әлеге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура эфирҙа Рәсәй халҡы менән аралашыуы дауам итә. Был сара башҡа йылдарҙағы кеүек үк журналистарҙың матбуғат конференцияһы менән бергә алып барыла.
Алдан телгә алғанса, тура эфирҙа махсус хәрби операция темаһы өҫтөнлөклө булды. Һәм темаға Рәсәй Президентына Башҡортостандың Белорет ҡалаһында йәшәгән әсәгә ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләнеләр.
Белореттан Людмила Орлованың улы Артем 2024 йылда Часов Ярҙы азат иткәндә һәләк булған. Штурмовиктың батырлығы юғары дәүләт наградаһы – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Әммә ҡатын оҙаҡ ваҡыт дәүләт наградаһын ала алмай.
Людмила Орлова Рәсәй Оборона министрлығына мөрәжәғәт итә һәм оборона ведомствоһы мәсьәләне оператив хәл итә. Награда әле - геройҙың әсәһендә.
Фото: "Кремль. Новости" телеграм-каналы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!