Дәүләт башлығының тура бәйләнешендә махсус хәрби операцияға бәйле һорауҙарҙың күп булыры аңлашыла ине. Һәм шулай килеп сыҡты ла. Алып барыусыларҙың һорауына Владимир Путин былай тип яуап бирҙе:
– Низағты былтыр июндә мин тәҡдим иткән принциптар нигеҙендә тыныс юл менән тамамларға әҙербеҙ һәм әле лә ошоно теләйбеҙ, – тине.
Владимир Владимирович белдереүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәй ғәскәрҙәре хәрби бәрелештәрҙең барлыҡ линияһы буйынса алға бара.
– Быйылғы йылдың аҙағына тиклем яугирҙәребеҙҙең яңы уңыштары шаһиты булырбыҙ тип ышанам, – тине ул.
Президент тура бәйләнешкә Северск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан Рәсәй Геройы Наран Очир-Горяевты саҡырған. Ул бик тыныс ҡына итеп үҙенең батырлығы тураһында һөйләне һәм фронттағы хәлдәр хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Владимир Путин әйтеүенсә, дошман стратегик резервтарҙа ҙур юғалтыуҙар кисергән. Улар ҡалмаған тиерлек. Был – Киевҡа низағты тыныс юл менән тамамларға мәжбүр итәсәк мөһим ғәмәл.
Шулай уҡ Владимир Путин “Геройҙар ваҡыты” федераль кадрҙар программаһы тураһында һөйләне. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар инә. Президент әйтеүенсә, программаға ингән кешеләр ҙур потенциалға эйә.
Дәүләт башлығы, программа эшләй һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, тип билдәләне.
– Потенциал бик яҡшы. Егеттәрҙә ул бик ҙур. Әлбиттә, шик баштан уҡ бар ине: бер эш — һуғыш, икенсеһе – коллективтар, тотош тармаҡтар, ҙур компаниялар йәки хатта төбәктәр менән етәкселек итеү. Быға ынтылыш кәрәк. Беҙҙә йөҙҙәрсә мең ир-ат һуғыша һәм барыһы ла тыныс тормошта бындай карьера төҙөргә ынтылмай. Әммә потенциалы, белеме, тәжрибәһе булған йәки уны алырға әҙер булғандар, дәүләт, Ватан мәнфәғәттәре өсөн көрәшергә әҙер булыуҙарын иҫбатлаған кешеләргә мөмкинлек биреү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тине Владимир Путин.
Президент төбәк етәкселәренә “Геройҙар ваҡыты” программаһын таратҡандары өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!