

Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа Рәсәй халҡы менән аралашыуын дауам итә. Уға алдан ике миллиондан ашыу һорау ебәрелгәйне, шулай уҡ сарала ҡатнашҡан журналистар урындан үҙ һорауын бирә ала ине. Әлбиттә, улар бик күп төрлө һәм йәшәйештең төрлө тармаҡтарына ҡағыла. Мәҫәлән, дәүләт башлығынан нисек итеп мутлашыусыларҙан һаҡланырға тип һоранылар.
– Телефон мутлашыуына ҡаршы дәүләт саралары эшләй – зыян күреү 33 процентҡа, ә бындай енәйәттәр һаны ете процентҡа кәмене. Саралар уңышлы эшләй, дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр ыңғай. Әммә мутлашыуҙар бөтмәй. Һәм техник сараларҙың мөмкинлектәре артҡан һайын, мутлашыусылар үҙ ҡоралдарын камиллаштырасаҡ. Һеҙҙең менән аҡса йәки ниндәйҙер мөлкәт тураһында һөйләшә башлайҙар икән, шунда уҡ трубканы һалығыҙ. Шунда уҡ. Был хаҡта бер генә һүҙ ҙә һөйләшмәгеҙ. Аҡса мәсьәләләрен бер кем менән дә һәм бер ҡасан да тикшермәүегеҙҙе һорайым, — тип тәҡдим итте дәүләт башлығы Рәсәй халҡына.
Яҡут журналисы Президенттан күп милләтле Рәсәй халҡына ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтелә тип һораны
– Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының дөйөм традицион ҡиммәттәре бар. Был махсус хәрби операция осоронда асыҡ күренә. Дәүләт Рәсәйҙең бөтә күп милләтле халҡына ярҙам итеү өсөн күпте эшләй, – тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йыл Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде һәм президент указы менән раҫланды.
Төбәктәрҙә, шул иҫәптән сик буйы төбәктәрендә мобиль интернетты сикләү ябыу хәүефһеҙлек саралары менән бәйле һәм дошман дрондары һөжүменән һаҡлай, тип белдерҙе Президент, интернет сикләнгән осраҡта ҡулланырлыҡ ресурстарҙың “аҡ исемлеген” киңәйтеү үтенесе тураһындағы һорауға яуап биреп.
Атап әйткәндә, реестрҙы диабетсыларҙың ҡан күрһәткестәрен һәм организмдың торошон онлайн күҙәтеү өсөн медицина ҡушымталары менән тулыландырырға тәҡдим иттеләр.
Бының өсөн ватан программа тәьминәтенә күсергә һәм сит ил етештереүселәре менән сит ил сервистарын Рәсәй территорияһына күсереү тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк, тип билдәләне дәүләт башлығы.
Фото: скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!