Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь , 17:40

Әсәй һәм атай булыу модаға инһен

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура бәйләнешендә ғаиләгә ярҙам, демография, пособиелар тураһында һорауҙар байтаҡ булды.

Әсәй һәм атай булыу модаға инһен
Әсәй һәм атай булыу модаға инһен

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура бәйләнешендә ғаиләгә ярҙам, демография, пособиелар тураһында һорауҙар байтаҡ булды.

Рәсәй Президенты билдәләүенсә, ғаиләләргә ярҙам һәр киләһе бала менән арта барырға тейеш. Уныңса, әсәлеккә һәм аталыҡҡа моданы тергеҙергә кәрәк. Илдә тыуым коэффициенты 1,4 тәшкил итә, тип билдәләне Владимир Путин.

– Илдә бер ҡатынға кәмендә ике бала булырға тейеш, — тип иҫәпләй дәүләт башлығы. – Балаларҙың тыуыуы модаға әйләнергә тейеш.

Президент билдәләүенсә, балалар тыуыу менән ғаилә муллыҡтың кәмеүен тоймаҫҡа тейеш. Рәсәй лидеры һүҙҙәренсә, ил Хөкүмәте был өлкәне камиллаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ул ғаиләләргә ярҙам һәр киләһе бала менән арта барырға тейеш тип билдәләне.

Бынан тыш, президент илдең 25 төбәгендә ыңғай демографик динамиканы билдәләне.

– Был төбәк властарының демографик сәйәсәтте дөрөҫ ҡороп, был мөһим өлкәлә етди уңыштарға өлгәшеүе хаҡында һөйләй, – тине ул.

Шулай уҡ президентҡа декретта ултырған әсәләргә түләмдәр тураһында һорау булды.

Хөкүмәт 1,5 һәм өс йәш араһында пособиеларҙа “айырылыу” мәсьәләһен нисек хәл итеү тураһында уйларға тейеш, тине Владимир Владимирович.

– Бөгөн был мәсьәләне хәл итеү бюджет мөмкинлектәренә генә бәйле, – тип билдәләне Владимир Путин. – Ысынлап та, әлегәсә эшләүҙең мәғәнәһе юҡ: был кешеләрҙе хеҙмәт эшмәкәрлегенән этәрә. Был Хөкүмәт яғынан хата. Финанс министрлығы һәм Хөкүмәт быны ишетер, тип ышанам. Экономия юҡ, ә күп балалы ғаиләләр иҫәбенә килем алырға тырышыу әхлаҡһыҙ.

Владимир Путин шулай уҡ, дөйөм алғанда, илдә әсәлеккә, балалыҡҡа, балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең ярайһы уҡ төҙөк системаһы төҙөлгән, тип өҫтәне. Мәҫәлән, әгәр элек өс бала өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға пенсияға балл иҫәпләнһә, өс бала ғына иҫәпкә алынған. Хәҙер пенсия иҫәпләгәндә артабанғы бөтә балаларҙы ла иҫәпкә алырға ҡарар ителде.

Президент шулай уҡ балалар баҡсаларын реновациялау темаһына иғтибар итте, бер үк ваҡытта ясле төркөмдәре булдырыу мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеген билдәләне. Ул балалар баҡсаларының эш ваҡытын оҙайтырға саҡырҙы, әммә ул саҡта тәрбиәселәр һанын арттырырға кәрәк буласағын билдәләне.

Фото: скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас