Владимир Путиндың тура эфиры дауам итә. Эш ваҡыты дүрт сәғәттән артты. Дәүләтебеҙ башлығының тура бәйләнешенә йола буйынса сит ил журналистары ла ҡыҙыҡһыныу белдерә һәм унда ҡатнаша. Улар уңайһыҙ һорауҙар биреп маташһа ла, етәксебеҙ уларға лайыҡлы яуап таба.
Владимир Путин Рәсәйҙең сит ил агенттары тураһындағы законына комментарий бирҙе, уны Американыҡы менән сағыштырҙы.
– Был беҙҙең уйлап табыуыбыҙ түгел. Был закон бер нисә көнбайыш дәүләттәрендә, АҠШ-та үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ҡабул ителә. Һәм уларҙың барыһы ла күпкә ҡатыраҡ. Унда сит илдән финансланған сәйәси өлкәләге эшмәкәрлек өсөн енәйәт язаһы ҡаралған. Беҙҙә бындай нәмә юҡ. Беҙҙең закон бер генә нәмәне талап итә: әгәр һеҙ бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнһәгеҙ, финанслау сығанаҡтары тураһында белдерегеҙ. Беҙҙә репрессиялар һәм енәйәт эҙәрлекләүҙәре юҡ, — тип аңлатты дәүләт башлығы.
Владимир Путин, әгәр кеше бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен туҡтата икән, ул сит ил агенттары исемлегенән сығарыла, тип өҫтәне.
Путиндан "Рәсәй тағы ла махсус хәрби операция үткерерме?" тип һоранылар. Әгәр сит ил партнерҙары илебеҙгә ихтирам менән ҡараһа һәм Рәсәй дәүләте мәнфәғәттәрен һаҡлаһа, Рәсәй махсус хәрби операциялар үткәрмәйәсәк.
– Әгәр һеҙ беҙҙе НАТО-ның көнсығышҡа табан киңәйеү мәсьәләһендә алдаған кеүек башҡаса алдамаһағыҙ ғына. Әммә беҙҙе алданылар. Хәүефһеҙлек өлкәһендә беҙҙең мәнфәғәттәрҙе һанға һуҡмайҙар. Көнбайыш сәйәси эшмәкәрҙәре бөгөнгө хәлде үҙ ҡулдары менән булдырҙы һәм хәлде киҫкенләштереүен, Рәсәй менән һуғышҡа әҙерләнеүҙәрен даими әйтә. Беҙ Европаға һөжүм итергә йыйынабыҙмы? Ниндәй мәғәнәһеҙлек. Рәсәйҙән күп кенә көнбайыш хөкүмәттәре тарафынан бер нисә йыл дауамында иҡтисад өлкәһендә лә, социаль сәйәсәт өлкәһендә лә системалы рәүештә яһалған хаталарҙы ҡаплау өсөн дошман образы булдыралар. Үҙ халҡының иғтибарын тышҡы контурға йүнәлтәләр, – тип аңлатты Владимир Путин.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Рәсәйҙең Көнбайыш менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әммә бер-береһенә тиң һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә генә. Әгәр һөҙөмтәлә ошоға өлгәшә алһаҡ, барыһы ла отасаҡ, — тип билдәләне Владимир Путин.
Фото: скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!