Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Декабрь , 14:37

Йылдың мөһим сараһы башланды

Владимир Путин тура эфирҙа йылға йомғаҡ яһай. 

Йылдың мөһим сараһы башланды
Йылдың мөһим сараһы башланды

Әлеге ваҡытта Рәсәй телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙәрҙең тура эфирында “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы трансляцияһы башланды. Ғәҙәттәгесә, сара ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән тура бәйләнеш форматында үтә, уның сиктәрендә дәүләт башлығы Владимир Путин журналистарҙың һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә. Программаны быйыл билдәле журналистар Павел Зарубин һәм Екатерина Березовская алып бара.

Владимир Путин ҙур сараны һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләһенән башланы, Рәсәйҙең махсус хәрби операция маҡсаттарына ниндәй юл менән өлгәшеүе тураһында һөйләне.

Әлеге ваҡытта тура бәйләнешкә 2,5 миллиондан ашыу һорау килгән. Әгәр һеҙҙең дәүләт башлығына һорауығыҙ бар һәм уны ошоға тиклем биреп өлгөрмәгәнһегеҙ икән, быны тапшырыу бөткәнсе эшләргә мөмкин.

Мәҫәлән, быны программаның сайтында эшләргә була, moskva-putinu.ru (москва-путину.рф), СМС йәки ММС ярҙамында 0-40-40 номерына һәм 8-800-200-40-40 телефоны буйынса.

Текст һәм видео мөрәжәғәттәрҙе “Бәйләнештә” һәм "Класташтар” социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Программаның рәсми төркөмдәре — vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu бынан тыш, MAX мессенджерында чат-бот менән файҙаланырға мөмкинmax.ru/moskvaputinu.

Әйткәндәй, сарала һәр йылдағыса Башҡортостандан да журналистар бар. Улар – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Илдар Байбулатов һәм видеооператор Артур Хөснөтдинов, “Башҡортостан Республикаһы” мәғлүмәт агентлығы медиаредакторы Марсель Байдәүләтов һәм “Әбйәлил” гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина. Хеҙмәттәштәребеҙ һорауҙарын бирә алыр тип көтәбеҙ.

Фото: "Башинформ". 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас