Кисә дәүләтебеҙ башлығы Владимир Путин Рәсәй халҡы менән аралашты. Рәсәй телеканалдары һәм социаль селтәрҙәрҙәрҙең тура эфирында барған “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһын бар ил ҡараны. Ғәҙәттәгесә, сара ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән тура бәйләнеш форматында үтте, уның сиктәрендә дәүләт башлығы Владимир Путин журналистарҙың һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.
4,5 сәғәт эсендә Владимир Владимирович 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. Уларҙың араһында илебеҙҙең рухи ҡиммәтәренә арналғаны ла булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш ЙОСОПОВ быны бик мөһим тип билдәләне.
– Тәү сиратта Президентыбыҙ Владимир Путиндың беҙҙең ҡиммәттәр тураһындағы һүҙҙәренә иғтибар иткем килә. 90-сы йылдарҙа, союз таралған ваҡытта халыҡтар дуҫлығы тигән төшөнсә “туңыраҡ” яңғырай башлаған ине. Ә әлеге ваҡытта шуны күрәбеҙ: Президентыбыҙ тарафынан халыҡтар дуҫлығы төшөнсәһе үҙенең мәғәнәһен таба һәм беҙҙең ҡиммәттәргә ҡағыла. Төп һорау – беҙҙе нимә берләштерә? Ул, әлбиттә, иң беренсе беҙҙең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙ – ғаилә ҡиммәте, халыҡтар дуҫлығы, туған телде, яҡты һөйөү, ололарҙы хөрмәтләү, балаларҙы тәрбиәләү. Быларҙың барыһы ла илебеҙҙә йәшәгән бөтә халыҡтарға ла хас. Һәм беҙ әлеге ваҡытта тап ошо ҡиммәттәр өсөн һуғыш алып барабыҙ.
Айырыуса шуны әйтер инем, Владимир Путин финанс, иҡтисад, геосәйәси хәлдәр тураһында һөйләгәндә, бер рәттән беҙҙең ҡиммәттәр тураһында ла әйтте. Тимәк этномәҙәни мәсьәләләр бер тиң. Ил президенты быны яҡшы аңлай. Унган ошондай һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуандым. Беҙҙең илдә ошондай хәрәкәттең, аңлашып йәшәүҙең, халыҡтарҙың, телдәрҙең кәрәклеге бар! – тине ул.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!