Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Декабрь , 18:50

"Президент кешеләрҙең проблемаларын яҡшы белә"

Иҡтисадсы барыһы ла һәйбәт булыр тигән фекерен әйтте. 

"Президент кешеләрҙең проблемаларын яҡшы белә"
"Президент кешеләрҙең проблемаларын яҡшы белә"

Кисә дәүләтебеҙ башлығы Владимир Путин сираттағы тапҡыр Рәсәй халҡы менән аралашты. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһын бар ил ҡараны.

4,5 сәғәт эсендә Владимир Владимирович 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. Көтөлгәнсә, тура бәйләнештә илебеҙ иҡтисады темаһына арналған һорауҙар күп булды. Улар тураһында үҙ фекере менән, иҡтисад фәндәре кандидаты, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалының "Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг" кафедраһы доценты Рөстәм Камил улы Камалов уртаҡлашты.

– Башта дөйөм тәьҫораттарым менән уртаҡлашҡым килә. Тура бәйләнеш ваҡытында Президент Башҡортостанды ике тапҡыр ыңғай яҡтан телгә алды. 89 төбәк араһында был – һәйбәт билдә. Тәүгеһендә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм Тажикстан менән уртаҡ проект тураһында, ә икенсеһендә – дини эштәр торошо хаҡында.

Иҡтисадҡа килгәндә, күп нәмәләр дөйөм федераль мәғәнәлә бирелде, тик шул уҡ ваҡытта был Башҡортостанға ла туранан-тура ҡағыла. Беҙҙең сәнәғәт дөйөм илдәге ваҡиғаларға тығыҙ бәйләнгән. Шуға күрә иғтибарға алынған бөтә йүнәлештәр Башҡортостанға ла ҡағылды.

Владимир Владимирович аныҡ һорауҙарға яуап биреп, прецедент тыуҙыра. Тимәк бер шәхси осраҡта кеше ярҙам ала икән, башҡаларында ла был нигеҙ булып торасаҡ һәм шундай уҡ кәрәкле ҡарар ҡабул ителәсәк.

Владимир Путин һалымдар күтәрелеүе тураһындағы һорауға аныҡ яуап бирҙе. Эйе, был бик күп предприятиеларға ҡағыласаҡ һәм һиҙелерлек көсөргәнеш тыуҙырасаҡ. Туранан-тура булмаһа ла, хаҡтар артыуға йоғонто яһаласаҡ. Ләкин шуны аңларға кәрәк: федераль кимәлдә булдырылған бюджет киләсәк һалым сәйәсәтен иҫәпкә алып эшләнгән. Улар баштан уҡ тығыҙ бәйле. Был көнбайыш илдәренән килгән иҡтисади саҡырыуҙарға ҡаршы эшләнә, һәм МХО-ны тәьмин итеүгә йүнәлтелә.

Бер нимәгә ҡарамай, Башҡортостандың иҡтисады һәйбәт үҫешә. Беҙҙең предприятиелар башлыса бик махсус продукция сығара, ул ҡулланыусылар баҙарында “ихтыяж юҡ” тигән хәүеф аҫтында ҡалмай. Сөнки, был нефть һәм нефть химияһы тауарҙары, һәр саҡ ликвид тауар. Беҙҙең УМПО-ла зыян күрмәйәсәк, уларҙың тауарҙары һәр саҡ кәрәк.

Дөйөм алғанда, предприятиелар эшселәре, халыҡ үҙен һәйбәт тойор тип уйлайым. Тәүҙә насарға әҙерләнә инек, әле яҡшыға өмөт итәбеҙ. Әле барыһы ла тыныслыҡ килешеүе көтә, Америка тарафынан санкцияларҙа йомшаҡлыҡ һиҙелә, былар файҙаға булыр, һөҙөмтәлә иҡтисадҡа ыңғай һөҙөмтә бирер тип уйлайым.

Владимир Владимирович инфляция темаһына ла ентекле туҡтаны. Әйткәндәй, быйыл тура бәйләнеш асыҡлығы менән айырылып торҙо. Экрандағы панелгә уңайһыҙ, ҡырҡыу һорауҙар сығарылды. Улар төркөмдәргә бүленде. Инфляцияға ҡағылышлы һорауҙар, хаҡтар артыуы буйынса ла улар күп булды. Иң мөһиме, Президент бөтә проблемалар тураһында ла белә, Хөкүмәт бының менән көрәшергә тырыша. Дөйөм алғанда, барыһы ла һәйбәт булыр тип улайым, – тине ул.

Фото геройҙың шәхси архивынан. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас