Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Декабрь , 22:05

Белмәгән мәғлүмәт менән алдамаһалар ине...

Оппозицияға Президентҡа бирелгән һорау оҡшамаған. 

Белмәгән мәғлүмәт менән алдамаһалар ине...
Белмәгән мәғлүмәт менән алдамаһалар ине...

Уҙып барған аҙнала илебеҙҙә мөһим сәйәси ваҡиға булды. Дәүләт башлығы Владимир Путин тура эфирҙа Рәсәй халҡы һәм журналистар менән аралашты. Уның барышында ул 80-гә яҡын һорауға яуап бирҙе. Һорау биргән журналистар араһында беҙҙең Башҡортостан вәкиле лә булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова Владимир Владимировичҡа операторы булып Башҡортостан сығыш яһаған Тажикстандағы индустриаль парк тураһында һорау бирҙе.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы яҙыуынса, оппозициялағы медиаменеджер Рәүфә Рәхимованың деструктив ресурстары бында ла шым ҡала алманы. Шунда уҡ күрше республика менән сағыштыра башланылар һәм йәмһеҙ хәбәр тараттылар. Улар бер нисә асыулы комментарий баҫтырып сығарҙы: “Кәрәкмәгән нәмә тураһында һоранылар!”, “Беҙҙең проблемалар ҡайҙа?”, “Яһалма һүрәт!” һәм башҡалар. Әлбиттә, үҙҙәренең деструктив һығымталарын да яҙырға онотманылар.

Канал ни өсөн был һорауҙың формаль түгел, ә етди стратегик әһәмиәткә эйә икәнен асыҡланы.

Башҡортостан – периферия түгел, ә федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҙур уйынсы. Һүҙ “Тажикстан тураһында” ғына бармай. Ә республикабыҙҙың мөһим тышҡы иҡтисади проектты тормошҡа ашырыу өсөн һайланыуы хаҡында. Был ышаныс һәм компетенцияларҙы таныу кимәле.

Президенттың туранан-тура ярҙамы – ул ресурс. Владимир Путин яуап биреп кенә ҡалманы, ул Башҡортостан тәжрибәһен маҡтаны һәм аныҡ белдерҙе: әгәр кәрәк булһа, федераль үҙәк айырым ярҙам күрһәтәсәк. Был - министрлыҡтар һәм ведомстволар өсөн туранан-тура күрһәтмә. Бындай сәйәси капитал – алтынға бәрәбәр.

Был инвестициялар, имидж, киләсәк тураһында. Бындай проекттар – яңы эш урындары, күрше предприятиеларҙы үҫтереү, кадрҙарыбыҙ өсөн эшләү, республиканың эшлекле абруйын нығытыу. Ҡайһы берәүҙәр зарлана, икенселәре эшләй һәм яңы мөмкинлектәр аса.

Әйткәндәй, Башҡортостанды тағы ла бер мөһим телгә алыу булды. Хатта һорауҙарһыҙ ҙа Путин үҙе республикабыҙҙы билдәләне, дини кадрҙарҙы сифатлы әҙерләү тураһында һөйләне. Был тағы ла бер сигнал: төбәк тотороҡло һәм яуаплы ғына түгел, ә өлгөлө лә тип һанала. Башҡортостан – илдең терәк төбәге.

Тура бәйләнеш “ауырыу” урындар тураһында ғына түгел. Был шулай уҡ потенциалды күрһәтеү тураһында ла. Эйе, һәр төбәктә лә тиерлек булған проблема тураһында һорарға мөмкин ине. Ә беҙ бының урынына Башҡортостандың көслө һәм уникаль булыуын күрһәттек!

Тәнҡитләү еңел, төҙөү – ҡатмарлыраҡ. Республикабыҙ төҙөй. Һәм был - ғорурлыҡ өсөн сәбәп, спекуляция өсөн түгел.

“Однажды в Башкирии” телеграм-каналы эҙмә-эҙлекле эште республика Башлығының “китеү сигналы” итеп күрә. Улар илдең тиҫтәләгән субъекттарында һиҙелмәйенсә үткән ҡануни аныҡлыҡты Радий Хәбировтың тиҙ арала вазифаһынан китеүенең билдәһе булараҡ бирҙе. Һүҙ республика Конституцияһының төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тураһында күптән ғәмәлдә булған нормаһын аныҡлаусы ҡабул ителгән үҙгәрештәр хаҡында бара.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был имеш-мимештәргә лә аныҡлыҡ индерҙе.

Оппозиция нимә ти? Законға төҙәтмәләр - Радий Хәбировты МХО зонаһына ебәреүгә реакция. Материалда, үҙгәрештәр төбәк башлығын махсус хәрби операция биләмәһенә ебәргән осраҡта “конкрет хоҡуҡи механизм” булдыра, тип раҫлана. Әммә авторҙар төшөнсәләрҙе аңлы рәүештә бутай. Ваҡытлыса алмаштырыу механизмы - дәүләт идара итеү системаһының стандарт һәм кәрәкле өлөшө, ул отпуск, командировка, ауырыу йәки башҡа шарттарға ҡағыла. Был төҙәтмәләр төбәк башлығын МХО биләмәһенә ебәреү инициативаһы менән индерелгән тип уйларға рәсми белдереүҙәр ҙә, юридик нигеҙ ҙә юҡ.

Икенсе миф буйынса Назаровты Хәбиров урынына ҡалдырыу власты алмаштырыу булып сығамы?

Андрей Назаров – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 90-сы статьяһына ярашлы, тап ул (Башҡортостан Башлығы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашыра алмаһа) төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара. Дөрөҫөрәге, Радий Хәбиров командировкала булған йәки, мәҫәлән, федераль кәңәшмәләрҙә ҡатнашҡан саҡта, нәҡ Андрей Назаров Хөкүмәттең оператив ултырыштарын үткәрә һәм республиканың дәүләт аппараты эшен тәьмин итә. Был эш практикаһы беренсе йыл ғына эшләмәй.

Өсөнсө миф Башҡортостан Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә бәйле булды. Имеш, ул кисектерелгән, тимәк, Радий Хәбиров вазифаһын ҡалдыра. Төбәк Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен күсереү - техник ҡарар, был турала киң мәғлүмәт саралары 1 декабрҙә үк хәбәр итте.

Был аҙнала Башҡортостандың ҡайһы бер предприятиеларына республиканың хәрби комиссары исеменән запаста булған граждандар исемлеген биреү тураһында күрһәтмәләр яҙылған хат килде. Был хат – ялған! Быны Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич раҫланы:

– Беҙ запаста булған граждандарҙың исемлеген йыймайбыҙ.

Башҡортостандың хәрби комиссариатында хәбәр итеүҙәренсә, хатта күрһәтелгән һан юҡ. Бындай номерлы хаттар бер ҡасан да таратылмаған.

Уяу булығыҙ һәм рәсми сығанаҡтар буйынса ошондай мөрәжәғәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас