19 декабрҙә дәүләт башлығы Владимир Путин сираттағы тапҡыр Рәсәй халҡы менән аралашты. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһын бар ил ҡараны. 4,5 сәғәт эсендә Владимир Владимирович 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе.
Һөйләшеүҙе тыңлағандан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты Фәрит Ғүмәров үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Тура бәйләнеш һәр саҡтағыса дәүләт етәксеһенең ватандаштары менән көнүҙәк саҡырыуҙар һәм уларҙы еңеп сығыу юлдары тураһында асыҡ һәм бай диалогҡа әүерелде. 70-тән ашыу тема – махсус хәрби операциянан алып тышҡы сәйәсәткә тиклем, иҡтисад торошонан алып айырым төбәктәрҙәге проблемаларға тиклем, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүҙән алып яһалма интеллектҡа һәм башҡа күп нәмәләргә ҡағылды. Иң киҫкен һәм уңайһыҙ һорауҙарға яуап биреп, Президент был темаларҙың барыһын да бик яҡшы белгәнен күрһәтте.
Быны уның рәсәйҙәр өсөн киҫкен проблемаға, мәҫәлән, кешеләрҙең аҡсаһын һанлы технологиялар ярҙамында урлаған телефон мутлашыусыларының ғәмәлдәренә иғтибар итеүе лә дәлилләй. Дәүләт тарафынан ҡабул ителгән телефон мутлашыусыларына ҡаршы көрәш саралары быйыл уңышлы булһа ла, әле күпте эшләргә кәрәк. “Мутлашыу бер ҡайҙа ла юғалманы һәм тормош проблемаларын хәл иткәндә төрлө техник сараларҙы ҡулланыу мөмкинлектәрен арттырыу һәм ҡатмарлаштырыу менән мутлашыусылар үҙ ҡоралдарын артабан да камиллаштырасаҡ һәм аҡса талап итеү өсөн тырышлыҡ һаласаҡ”, – тип белдерҙе Президент.
Рәсәй Президенты фекеренсә, проблема шул тиклем киҫкен, уны дөйөм дәүләт тырышлығы менән хәл итергә кәрәк. Һәм беҙ – депутаттар корпусы – шулай уҡ телефон мутлашыуына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән яңы закон сығарыу башланғыстары өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Яҡын һәм оҙайлы перспективаға эштең бөтә төп йүнәлештәре буйынса Владимир Путин тура бәйләнеш барышында илдең төп өҫтөнлөктәрен һәм маҡсаттарын билдәләне. Һис шикһеҙ, урындағы яуаплыларҙың барыһы ла үҙ компетенцияларына ярашлы был маҡсаттарҙы аныҡ йөкмәтке һәм һөҙөмтәләр менән тулыландырыу өҫтөндә эшләйәсәк.
Һәр төбәк, һәр ведомство Владимир Путинға килгән мәсьәләләрҙе үҙ контроленә алды һәм уларҙы формаль рәүештә түгел, ә ентекле башҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип ышанам, – тине ул.
Фото: "Республика Башкортостан" баҫмаһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!