Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Декабрь 2025, 08:00

Башҡортостан Конституцияһы - төбәгебеҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй

Башҡортостан Конституцияһы республиканы Рәсәйҙең терәк төбәге булараҡ нығытты

Башҡортостан Конституцияһы - төбәгебеҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләйБашҡортостан Конституцияһы - төбәгебеҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй
Башҡортостан Конституцияһы - төбәгебеҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө 24 декабрҙә билдәләнә. Тап ошо көндә бынан 32 йыл элек Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә.

 Башҡортостан Конституцияһы республиканы Рәсәйҙең терәк төбәге булараҡ нығытты. Республика Конституцияһы Рәсәй составында Башҡортостандың күп быуатлыҡ тарихи үҫеш йомғағы булып тора, ул ил субъекты сифатында республиканың уникаль статусын нығыта. Башҡортостан Конституцияһы ҡатмарлы осорҙа Рәсәй дәүләтселеген нығытыу факторы булып сығыш яһап, республика хоҡуҡи системаһының нигеҙе булып тора.

Башҡортостан Конституцияһы Рәсәй Конституцияһынан бәйләнешле килеп сыға, уны тулыландыра. Республика Конституцияһы, Рәсәй Конституцияһынан үҫә. Төп положениеларҙы нигеҙ итеп алып, ул уларҙы төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыландыра һәм аса. Башҡортостан Конституцияһы федераль ҡануниәт менән тығыҙ бәйләнгән, был республиканың тотош ил менән гармониялы йәшәүен тәьмин итеүҙән тыш, Башҡортостанға үҙ функцияларын тулыһынса үтәргә һәм тейешле үҫешкә өлгәшергә мөмкинлек бирә.

Республиканың Төп законы Башҡортостан халыҡтарының хоҡуҡтарын яҡлай. Конституция ижтимағи тотороҡлолоҡто, милләт-ара татыулыҡты һәм ошо татыулыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә, республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген, уның этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн, мәҙәни, рухи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын һаҡлай.

 

Ильфат СӘМСЕТДИНОВ, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты:

– Башҡортостан Конституцияһы — Рәсәйҙең субъекты булараҡ республиканың уникаль статусын ҡағиҙәләштереүсе, тарихи һәм хоҡуҡи документ. Ул Башҡортостандың Рәсәй составындағы быуаттар дауамындағы эволюцияһының һөҙөмтәһе булып тора. Конституция республиканың эске закондар системаһының нигеҙен тәшкил итә, шулай уҡ федераль һәм региональ хоҡуҡи саралар араһындағы үҙаллылыҡ һәм берҙәмлек принциптарын тигеҙләй.

Был документ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының бөтөнлөгөн һәм юғарылығын танып, Башҡортостандың милли-мәҙәни, территориаль-иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала. Ул республиканың Рәсәй Федерацияһы составында төп төбәк булараҡ ролен нығыта, федератив структуралағы төбәктең мөһим функционал йөкмәткеһен асыҡлай. Башҡортостан Конституцияһы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһынан сығып, уның фундаменталь принциптарын — демократия, федерализм, дәүләт һәм кеше хоҡуҡтарын иң юғары ҡиммәт итеп таныу — үҙ эсенә ала. Республиканың төп законы федераль сараларҙы төбәк спецификаһы менән тулыландыра, мәҫәлән, ике телдәге (башҡорт һәм урыҫ), милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрендә.

Шулай итеп, Башҡортостан Конституцияһы федераль һәм региональ закондар араһында гармония булдырырға ярҙам итә, республиканың үҙ вазифаларын тикшереп башҡарыуын һәм төбәктең һөҙөмтәле үҫешен тәьмин итә. Конституция Башҡортостандағы барлыҡ халыҡтарҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙең мөһим механизмы булып тора. Ул этник, мәҙәни һәм телдәре буйынса күп милләтле халыҡтың, һәр бер вәкиленең тиң хоҡуҡтарын таный һәм һаҡлай. Документ төбәктең бай этно-мәҙәни киңлеген һаҡлау маҡсатында объектив социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала. Конституцияның нормалары Башҡортостандағы тыныслыҡ һәм интернациональ килешеү, мәҙәни һәм тел үҙенсәлектәрен, рухи мираҫ объекттарын һаҡлау өсөн хоҡуҡи нигеҙ булып тора.

 

 

 

 

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас