Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Декабрь 2025, 13:45

Башлыҡ Мөрәжәғәтнамә менән ҡасан сығыш яһар?

Киләһе йыл ғинуарҙа үтәсәк. 

Башлыҡ Мөрәжәғәтнамә менән ҡасан сығыш яһар?Башлыҡ Мөрәжәғәтнамә менән ҡасан сығыш яһар?
Башлыҡ Мөрәжәғәтнамә менән ҡасан сығыш яһар?

Башҡортостан Башлығы 2026 йылдың ғинуарында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

– Яңы йыл алдынан үткәрмәҫкә ҡарар иттек. Был ваҡытта кешеләр күберәк шәхси эштәре менән мәшғүл. Мөрәжәғәтнамәне ғинуарҙа үткәрәсәкбеҙ. Унда Президентыбыҙ Владимир Путин үткәргән Дәүләт Советында ҡабул ителгән күп ҡарарҙар сағылдырыласаҡ. Шуға күрә был йәһәттән бергәләп эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тәүҙә декабргә планлаштырылған сара Башлыҡтың мөһим эш сәфәре арҡаһында һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелгән ине.

Әйткәндәй, 29 декабрҙә быйылғы йылдың һуңғы кәңәшмәһе үтте. Унда ниндәйҙер мәғәнәлә йылға йомғаҡтар яһалды, оҙон ялдарҙы байрам итеү осоронда эштең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләшеү булды. Киләһе Хөкүмәт кәңәшмәһе 2026 йылдың 12 ғинуарына планлаштырылды.

– Ял итеп, 12 ғинуарҙа яңынан кәңәшмәгә йыйыласаҡбыҙ. Мөмкинлектән файҙаланып, муниципалитет башлыҡтарына быйылғы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Хөрмәтле Хөкүмәт ағзалары, рәхмәт һеҙгә! Барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым. Тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем,– тип тамамланы Радий Фәрит улы ултырышты.

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас