Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Ғинуар , 22:45

2025 йылда беҙҙе нисек алданылар?

Һәм уларҙы нисек фашланылар. Был эш дауам итә. 

2025 йылда беҙҙе нисек алданылар?
2025 йылда беҙҙе нисек алданылар?

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы үтеп киткән йылға йомғаҡ яһаны һәм беҙҙе күпме ялғандан һаҡларға тырышыуы тураһында хәбәр итте. Баҡһаң, йыл дауамында улар 282 ялғанды фашлаған.

Ялған мәғлүмәт тулҡындары йыл дауамында бер-бер артлы килде. Башта БПЛА һөжүме тирәләй паника тыуҙырып маташтылар. Һуңынан – Әбйәлил районында инвестиция проекты тирәләй имеш-мимештәр. Мәҫәлән, ҡайһы бер шәхестәр Салауат ятҡылығында урман ҡырҡыу тураһында ялған мәғлүмәттәр таратты, уларҙы Google-карталарҙан дөрөҫ булмаған скриншоттар менән нығытты, ә ысынында бөтөнләй икенсе биләмәнән булып сыҡты. Һәм, әлбиттә, изге тема – Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тирәләй шауланылар. Тағы ла уҙған йылда ЦИПСО шашынды һәм ялған мәғлүмәт менән донъя тултырҙы. Уларҙың уты аҫтына тотош институттар һәм дәүләт структуралары инде.

Әммә 2025 йыл беҙгә ошоноң менән генә иҫтә ҡалмаясаҡ. Был – фейктар һөйләшергә һәм хәрәкәт итергә өйрәнгән йыл. Дошман көрсөк мәлдәрен беренсе кешеләрҙең ялған мөрәжәғәттәре аша паника тыуҙырыу өсөн файҙаланды. Башҡортостан Башлығынан ғына ла әллә нисә тапҡыр “ялған һөйләттеләр”. Дошмандар яһалма интеллектты эшкә ҡушты. Тик “Фактчекинг по-башкирски” уларҙы ла асыҡларға өйрәнде һәм кешеләргә алданырға бирмәне. Быйыл да иғтибарлы булайыҡ дуҫтар.

Йыл йомғаҡтарын “Пруфы” баҫмаһының псевдоэксперты Рөстәм Шәйәхмәтов та яһаны. Уның кире һығымталары үҙенсәлекле түгел һәм ғәҙәттәгесә, контекстан өҙөлгән факттарға һәм тулы булмаған мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы һәр саҡтағыса уны фашланы.

  1. Демография. Шәйәхмәтов үҙенең мәҡәләһендә Башҡортостан халҡы 2022 йылдан алып 70 мең кешегә кәмегән тип яҙа. Был тенденцияның төп сәбәбен ул тыуымдың кәмеүендә күрә. Ә тыуымдың кәмеүенең сәбәбе – балалы ғаиләләргә ярҙам булмауында. Ыңғай миҫал итеп Түбәнге Новгород өлкәһен килтерә, унда төбәк бюджетынан ғаиләләргә ярҙам итеүгә күберәк аҡса бүленә. Әммә бына ниндәй бәлә: Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Түбәнге Новгород өлкәһендә лә тыуымдың кәмеүе күҙәтелә, 2022 йылдан алып өлкә халҡы 100 меңдән ашыу кешегә кәмегән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда кешеләр һаны 1 миллиондан күберәк.

Былар барыһы ла Рөстәм Шәйәхмәтовтың дөйөм картинаны күрһәтмәйенсә, үҙенә уңайлы һандар менән генә файҙаланыуы арҡаһында: тыуымдың кәмеү тенденцияһы бөтә Рәсәйгә хас. Бынан тыш, бөтә донъяға, демографик күсеүҙе тамамламаған өсөнсө донъя илдәренән башҡа. Беҙҙең төбәк – ҙур илдең бер өлөшө, уға уның башҡа өлөштәрендәге кеүек үк факторҙар тәьҫир итә.

  1. Ғаиләләргә ярҙам. Автор билдәләүенсә, республикала “ғаиләне һәм балалыҡты һаҡлау” статьяһы буйынса сығымдар 2026 йылда 2022 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға ҡыҫҡартыла: 26,3-тән 14,7 миллиард һумға тиклем. Канал был мәсьәлә буйынса Рөстәм Шәйәхмәтовтың тезистарын күп тапҡырҙар тикшерҙе. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайыҡ: 2023 йылдан Рәсәйҙә балалы ғаиләләр өсөн берҙәм пособие ғәмәлдә. Тап уның индерелеүе бюджет аҡсаһын федераль бюджетҡа бүлеүгә килтерә, был ярҙам күләменә йоғонто яһамай.
  2. Инвестициялар, ойошмаларҙың табышы, тулайым төбәк продукты. Бында ла автор үҙенә хыянат итмәй: картинаның дөйөм өлөшөн түгел, ә бер өлөшөн генә күрһәтеп, уны дөрөҫлөк тип һанауын дауам итә. Икенсе төрлө әйткәндә, дөйөм йыл йомғаҡтарынан ҡасып, билдәле бер айҙарҙағы һандарҙы ғына баҫтыра. Ысынбарлыҡта, мәҫәлән, инвестициялар күләме буйынса республика ил буйынса 14-се һәм Волга буйы фекдераль округы буйынса икенсе урынды биләй.
  3. Тарифтар һәм штрафтар. Шәйәхмәтов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын һәм капиталь ремонт иғәнәләрен арттырыуға иғтибар итә, бөтә ил буйынса күтәреү үҙәкләштерелгән рәүештә үткәрелеүен онота. Шул уҡ ваҡытта был күрһәткес республикабыҙҙағы башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда юғары түгел.

Мәҡәлә авторы республиканы ҡараларға тырышып, хатта ыңғай яҡтарҙы – мәҫәлән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙың артыуын кире яҡтарға индерә. Штрафтарҙың артыуы республикала фотофиксация комплекстарының артыуын аңлата. Был юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү өсөн эшләнә. Йәки юл-транспорт ваҡиғаһында ҡағиҙә боҙоуҙы һәм үлемде дауам итербеҙме?

Ҡыҫҡаһы, эксперт анализдың бер яҡлы булыуын күрһәтеп, үҙенең компетентһыҙлығын күрһәтә. Уның төп маҡсаты — кәрәкле нюанстарҙы юғалтып, бөтә нәмәне кире яҡҡа күрһәтеү. Ситтән ҡарау еңел, ә ауыҙында үт булған кешегә барыһы ла әсе булып күренә.

Йыл башында иһә “Пруфы” йылдың экологик йомғаҡтары тураһында мәғәлә баҫтырҙы. Улар төбәктә экология сәйәсәтендә проблемалар булыуы тураһында яҙа. Әммә һәр саҡтағыса яҙмалағы мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй.

Мәҡәлә авторы республика властарын “Каустик” заводындағы шартлау хәленә һуңлап яуап биреүҙә ғәйепләй. Әммә ғәҙәттән тыш хәлдән һуң Стәрлетамаҡта тейешле саралар күрелә: тулы тикшереү үткәреү, ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм контролде ҡатыландырыу.  Стәрлетамаҡта тейешле саралар күрелә: тулы тикшереү үткәреү, ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм контролде ҡатыландырыу. Ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла, ә хәл даими күҙәтеү аҫтында була.

Бөрө районында хайуандарҙың үлеүенә килгәндә, ваҡиға сәбәбе комплекслы булды. Был насар һауа шарттары һәм хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле, ә вайымһыҙлыҡ йәки системалы етешһеҙлек менән түгел. Был йәһәттән төбәк бындай осраҡтарҙы контролдә тотоу һәм иҫкәртеү буйынса сараларҙы яраҡлаштырҙы.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәләк булған хайуандарҙы акваториянан сығара һәм һыу ятҡылығының төбөн тикшерә. Биологик ҡалдыҡтарҙы утилләштереү ветеринар нормаларға ярашлы башҡарыла.

2025 йылда сүп-сар йыйыу һәм ҡалдыҡтарҙы утилләштереү системаһын модернизациялау буйынса саралар күрелә. Төбәк законһыҙ сүплектәр һәм контейнерҙарҙы дөрөҫ тотмау менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә әүҙем эшләй. Санкцияланмаған сүплектәр күләме кәмей – 2019 йылдан алып сүплектәрҙең 96,7 проценты (3134) бөтөрөлгән, шуларҙың 12-һе 2025 йылда.

Төбәк тәбиғәтте һаҡлау проекттарына инвестициялар һалыуҙы дауам итә: 2025 йылда ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын үҫтереүгә, бысраныуҙы кәметеүгә һәм тәбиғи экосистемаларҙы тергеҙеүгә 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Планлы ғәмәлдәр ташландыҡтарҙы кәметергә һәм экологик хәүефһеҙлекте арттырырға мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ мәҡәләлә Башҡортостан алдынғы урындарҙы биләгән экологик рейтингтар тәнҡитләнә. “Пруфы” икенсе рейтингҡа һылтана, унда төбәк 43-сө урында ғына була. “Башҡортостан республикаһының экоконтроле” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морат Шафиҡов уларҙың күбеһе коньюктура характерында тип иҫәпләй:

“Башҡортостандың уларҙың күбеһендә тәүге урынды биләүе тәбиғәтте һаҡлау сараларын ойоштороу йәһәтенән ышаныслы позицияларыбыҙ хаҡында һөйләй”.

Автор шулай уҡ “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Ҡырҡтытау һыртында баҡыр эшкәртеү темаһын күтәрә. Уның ятҡылыҡ территорияһындағы эшмәкәрлеге көйләнә һәм инвестиция проектын мониторинглау буйынса Советтың ҡәтғи контроле аҫтында тора. Совет составына Әбйәлил районы ғалимдары, белгестәре, халҡы һәм абруйлы эшмәкәрҙәре инә. 2025 йылдың яҙында советтың күсмә төркөмө аудит үткәрә һәм ятҡылыҡҡа килә. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланмаған. Компания эшмәкәрлеге шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә һәм рәсми ресурстарҙа асыҡ яҡтыртыла.

Баҫманың Башҡортостандағы экологик хәлде кире яҡтан күрһәтергә тырышыуы примитив һәм нигеҙһеҙ. Республика тирә-яҡ мөхит торошон һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген яҡшыртыу өсөн эҙмә-эҙлекле тырышлыҡ күрһәтә.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ! 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас