

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә иң һөҙөмтәле муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарын бүләкләнеләр. Уларҙың эшен баһалау тураһында Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хәбәр итте.
Комплекслы баһаны федераль методика буйынса иҫәпләү өсөн һуңғы өс йылда динамикала 11 күрһәткес ҡулланыла.
Халыҡтың урындағы хакимиәт эше менән ҡәнәғәтлеге, халыҡтың артыуы, торлаҡ төҙөлөшө темптары һәм мохтаж категорияларға торлаҡ бүлеү, муниципаль ҡаҙнаның килем күләме, балалар баҡсаһына сират, түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнеүсе балаларҙың өлөшө, инвестициялар күләме, юлдар сифаты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны иҫәпкә алына.
Һөҙөмтәләр буйынса ҡалалар араһында беренсе урынды Стәрлетамаҡ яулған. Административ үҙәге ҡала булған райондар араһында беренсе урын – Ишембай районында, ә икенсе урын – Дүртөйлөлә. Үҙәге ауыл булған муниципаль райондар араһында беренсе урында – Нуриман, икенселә – Әбйәлил, өсөнсөлә – Бөрйән райондары. Дүртенсе урында – Йылайыр, бишенселә – Ҡалтасы, алтынсыла – Өфө райондары.
2019 йылдан Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 61 күрһәткесте үҙ эсенә алған биш номинация буйынса республика баһаһы ла үткәрелә. Шарттар буйынса улар федераль шарттар менән тап килмәй. Бер муниципалитет бер генә номинацияла еңеүсе була ала. Шулай уҡ федераль баһалау лидерҙары төбәк кимәлендә еңеүсе тип таныла алмай. Эксперт комиссияһы тәҡдимдәре һәм иҫәп һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр “Йыл ҡаҙанышы” республика Башлығы гранттарын ала.
Шулай итеп, “Һаулыҡ һәм демографик үҫеш” номинацияһында Өфө, ҡала үҙәге менән муниципаль райондар араһында – Дәүләкән районы, ауыл райондары араһында Ҡариҙел районы еңде.
“Социаль үҫеш” номинацияһында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү, бөтә граждандар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыусы шарттар тыуҙырыу иҫәпкә алынды. Беренсе урындар – Күмертау, Бөрө ҡалалары һәм Бүздәк районында.
Инвесторҙар йәлеп итеүҙе, ауыл хужалығын һәм сауҙаны үҫтереүҙе, сәнәғәт потенциалын, ер ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы, физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдары буйынса керемдәрҙең артыуын баһалаған, “Тотороҡло иҡтисади үҫеш” номинацияһында Салауат, Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондары лидерҙар булды.
“Хәүефһеҙ һәм уңайлы территория” номинацияһында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү сифатын, территорияларҙы төҙөкләндереүҙе, транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эште яңыртыуҙы баһалағандар. Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Баҡалы райондары иң яҡшылар тип танылды.
“Мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм халыҡ менән кире бәйләнеш” номинацияһында властың халыҡ менән үҙ-ара эш итеү сифатын, кире бәйләнеште ойоштороуҙы һәм социаль селтәрҙәрҙәге эште иҫәпкә алдылар. Еңеүселәр – Октябрьский ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары. Башҡортостан Башлығы район һәм ҡала башлыҡтарына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!