Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ғинуар , 17:45

Хәйбулла районы мәктәптәренә ни булған?

"Үҙебеҙҙекеләр" ҙә, ЦИПСО ла йоҡламай... 

Хәйбулла районы мәктәптәренә ни булған?Хәйбулла районы мәктәптәренә ни булған?
Хәйбулла районы мәктәптәренә ни булған?

Хәйбулланан оппозиция яҙмалары менән дан тотҡан Буранбай Асҡаров республика прокуроры Игорь Пантюшинға асыҡ хат яҙған. Унда ул урындағы хакимиәтте аҡса етмәү сәбәпле, Оло Әбеш, Йәнтеш, Атингән, Ивановка, Яңы Ергән һәм Мәмбәт ауылдарында алты урта мәктәпте “бысаҡ аҫтына ебәреүҙә” ғәйепләй. Уның һүҙҙәренсә, был балаларҙың белем алыу хоҡуғын боҙа. Асҡаров шулай уҡ район башлығына шәхсән автомобиль бүләк итеүҙәрен белдерә. Ул мәктәптәрҙең "ҡушылыуын" туҡтатыуҙы, машиналар һатып алыуҙы тикшереүҙе һәм хатта чиновниктарҙан коррупция өсөн зыянды түләтеүҙе талап итә.

Хәлде “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы тикшерҙе. Ысынында һүҙ мәктәптәрҙе ябыу йәки бөтөрөү тураһында түгел, ә мәғариф селтәрен оптималләштереү тураһында бара. Был районда демографик үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алыуҙы аңлата, йәғни һәр ауылда күпме бала йәшәй һәм мәктәптәрҙә уҡый. Күп мәктәптәр аҙ комплектлыға әйләнә (унда уҡыусылар аҙ), һәм бюджетты һөҙөмтәлерәк файҙаланыу өсөн уларҙы үҙгәртеп ҡоралар: яҡындағы ҙур мәктәптәргә ҡушалар. Балалар үҙ биналарында уҡыуын дауам итә, уҡытыусылар урындарҙа ҡала, әммә һәр бәләкәй мәктәптә айырым директорҙар урынына дөйөм идаралыҡ буласаҡ. Был уҡыуға зыян килтермәйенсә аҡсаны экономияларға ярҙам итә.

2025 йылда өс аҙ комплектлы мәктәпте үҙгәртеп ҡороу башлана: Мәмбәт ауылы мәктәбе (27 уҡыусы) Маҡан ауылы мәктәбенә, Атингән ауылындағы мәктәп (29 уҡыусы) һәм Йәнтеш ауылындағы мәктәп (10 уҡыусы) Аҡъяр ҡасабаһындағы 3-сө күп кимәлле мәктәпкә ҡушыла.

2026 йылда тағы ла икәүһен үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла: Яңы Ергән ауылындағы мәктәп (38 уҡыусы) Аҡъярҙағы 2-се мәктәпкә, Ивановка ауылы мәктәбе (32 уҡыусы) Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбенә ҡушыла. Үҙгәрештәр Оло Әбеш ауылы мәктәбе бөтөнләй ҡағылмай, һәм районда мәктәптәрҙе ябыу йәки бөтөрөү планлаштырылмай. Балалар һәм уҡытыусылар урында ҡала.

Имеш, район башлығына бүләк ителгән автомобиль иһә муниципаль баланста тора һәм хеҙмәт маҡсатында ҡулланыла. Күренеүенсә, Буранбай Асҡаров хайп өсөн яңы сәбәп эҙләй генә кеүек.

Уҙып барған аҙнала “Однажды в Башкирии” телеграм-каналында яңғырауыҡлы баш ҡуйылған мәҡәлә сыҡты: Яңауылда МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләһе 2023 йылдан ремонт көтөп өшөй...  Имеш, унда батареялар боҙ кеүек, ҡара үңәҙ (плесень), яуыз идара итеүсе компания һәм битараф чиновниктар.

Ысынбарлыҡ, ғәҙәттәгесә, трагедия яратыусылар өсөн күпкә прозаик һәм күңелһеҙерәк булып сыға. МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләһенең фатирында йылы, ә мөрәжәғәт һалҡын подъезға ҡағылған.

Эйе, ғариза биреүсенең бәләһе һалҡын подъезға ҡайтып ҡала. Ошонан “Пруфы” “туңып барған ғаилә” тураһында әкиәт тарата. Күрәһең, уларҙың фекеренсә, кешеләр хәҙер подъезда йәшәй?

Горький урамындағы 85-се йортта комиссия тикшереүе үтә. Системаны көйләйҙәр, йылылыҡ биреүҙе арттыралар. Тағы нимә? Төбәк операторы графигына ярашлы, ҡыйыҡты ремонтлау кисәгә түгел, ә 2027 йылға планлаштырылған. Электрон йоҙаҡтар? Ишектәр ҡуйылғандан һуң бер нисә аҙнаға тотҡарлыҡ була, әммә идара итеүсе компания уларҙы шәмбегә тиклем тоташтырырға вәғәҙә итә. 2023 йылдан алып түгел, ә һанаулы көндәрҙә.

Ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыттағыса. Оппозиция баҫмаһы МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләһенә ҡағылышлы пост күреп ҡала ла унан ҙур трагедия яһай...

Был аҙнала ЦИПСО ла йоҡлап ятманы. “Радар Башҡортостан” каналы аша халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырып маташтылар. Был телеграм-канал Рәсәй төпкөлөнә БПЛА-ны күпләп ебәреү тураһында мәғлүмәт тарата. Алыҫтан атыу ҡоралы менән ракета һөжүме һәм ҡатнаш һөжүмдәр булыуы ихтималлығы тураһында хәбәр итәләр.

Паникаға бирелмәҫкә кәңәш итәбеҙ: Был телеграм-канал – ЦИПСО проекты. Улар үҙен дошмандың һауалағы ғәмәлдәрен таратыусы ышаныслы сығанаҡ итеп күҙ алдына килтерә. Ысынында, улар ялған мәғлүмәт таратыу менән шөғөлләнә.

Республика халҡына ысын янауҙар тураһында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты СМС ярҙамында иҫкәртә, киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә рәсми хәбәрҙәр урынлаштырыла.

Уҙған аҙнала “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы Литвала йәшәгән сит ил агентының Башҡортостан юлдары тураһында яҙған ялғанын фашлағайны. Был юлы ул Вильнюста ятып “видео төшөргән”. Ысынбарлыҡ ниндәй?

Ике һыҙатлы трассалар тураһында

Эйе, республикалағы федераль трассаларҙың күбеһе әлегә ике һыҙатлы. Әммә уларҙы киңәйтеү — ваҡыт һәм ҙур ресурстар мәсьәләһе. Мәҫәлән, Өфө - Ырымбур автомобиль юлын реконструкциялау башланған да инде. Был проект 4 миллиард һумлыҡ, һәм ул тормошҡа ашырыла. Ә Урал аръяғында юл селтәре бигерәк ҡатмарлы. Был ҡатмарлы рельефлы таулы район. Бының өсөн сит илдән ҡысҡырыу түгел, ә планлаштырыу, проекттар һәм федераль финанслау кәрәк.

“Башкиравтодор”ҙың киләсәге

“Башкиравтодор” рейдерлыҡ баҫып алыу ынтылышын кисерә, был уның эшен ике айға туҡтата. Һәм тап республика властары көс хеҙмәткәрҙәре менән берлектә күпләп эштән бушатыу һәм мөлкәтте һатыу планлаштырылған предприятиеға рейдер һөжүмен кире ҡағыуға өлгәшә. Әлбиттә, Литва блогеры был турала “иҫкә төшөрөргә онотҡан”. Әле предприятие эшләүен дауам итә, ә уны һаҡлау коллективты таратмаҫҡа һәм юл проекттарын тулыһынса туҡтатмаҫҡа мөмкинлек бирә.

Авария һәм статистика тураһында

Бер кем дә юл-транспорт ваҡиғалары һәм уларҙа һәләк булғандар һаны ысынлап та ауыр икәнлегендә бәхәсләшмәй. Әммә динамикала ҡараһаң, ете йыл эсендә һәләк булғандар һаны өстән бер өлөшкә тиерлек кәмегән. Был аҡланыу түгел, ә аныҡ эш күрһәткесе: юлдарҙы ремонтлайҙар, ҡоймалар, яҡтыртыу, билдәләр ҡуялар. 2025 йылда был маҡсатҡа ғына бер нисә миллиард һум йүнәлтелгән. Проблема иң юғары кимәлдә таныла, һәм уны системалы хәл итәләр.

Германия менән сағыштырыу

Башҡортостандың юл селтәрен Германия менән сағыштырыу – климатты сағыштырыу кеүек. Төрлө тарихтар, төрлө бюджеттар, төрлө шарттар. Бында башҡа һүҙ йөрөтөү артыҡ.

Республикала юл хәле идеаль түгел. Финанслау, ремонт темптары, ҡайһы бер эштәрҙең сифаты менән проблемалар бар. Әммә аныҡ аҙымдар ҙа бар: яңы проекттар, төп юл предприятиеһын һаҡлау, оҙайлы перспективала аварияларҙы кәметеү. Ә сит илдән аҡыл өйрәтеп ултырған кешегә беҙҙең юлдар, кешеләрҙең йәшәү кимәле ҡыҙыҡ түгел. Маҡсат бер – республикаға һәм уның етәкселегенә бысраҡ ташлау. Шулай булғас, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас