Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Ғинуар , 10:15

Артабан йыл һайын үткәреләсәк

Форум - йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡшы тәжрибә майҙаны. 

Артабан йыл һайын үткәреләсәкАртабан йыл һайын үткәреләсәк
Артабан йыл һайын үткәреләсәк

Уҙған аҙнала Рәсәй Геройы М. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы майҙансығында II республика “ГосСтарт” йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумы үтте. Сара Башҡортостандың 35 йәшкә тиклемге йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәренең профессиональ һәм универсаль компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм 260 ҡатнашыусыны берләштерҙе.

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны йыл һайын үткәрергә тәҡдим итте.

– Киләһе йылда өсөнсөһө буласаҡ. Әгәр беҙҙә йыл һайын был форум өсөн “тәҙрә”булһа, мотлаҡ өҫтәйбеҙ. Уларбеҙҙең көрәштәштәр. Йәштәр башта ояла ине, ә һуңынан асылып киттеләр һәм беҙ яҡшы итеп аралаштыҡ, — тине республика етәксеһе.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, “ГосСтарт” форумында 270 дәүләт хеҙмәткәре ҡатнашҡан.

– Форум программаһына республика Башлығы хакимиәте вәкилдәре һәм саҡырылған федераль эксперттар менән аралашыу, оҫталыҡ дәрестәре форматында осрашыуҙар индерелде. Шулай уҡ ҡатнашыусылар команда әҙерлеге үтте, мотивация сессиялары, мәҙәни саралар ойошторолдо, ә финал осрашыуында ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәтендә һөнәри үҫеш темаһына сумды,— тип билдәләне Йәштәр сәйәсәте министры.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас