

Бөгөн Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Холокостың хәтер шәме”мемориаль концерты үтте. Холокост темаһын әүҙем яҡтыртыусы педагогтарға БР Йәһүдтәре ойошмаһының “Хәтер күбәләге” премияһы тапшырылды. Традицион концерт һәм премия тапшырыу халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған йыллыҡ мәғрифәтселек һәм мәҙәни акциялар циклының һуңғы ваҡиғаһы булды.
Республикала һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған “Хәтер аҙналығы”ның төп бурысы — Холокост тарихы һәм уның ҡот осҡос эҙемтәләре тураһында киң аудиторияға мәғлүмәт биреү.
Ике сәғәтлек концерт программаһында абруйлы ҡунаҡтар, милли үҙәктәр вәкилдәре, Өфөнөң “Шалом-Алейхем” йәһүд музыкаль-драма театры артистары, билдәле музыкаль һәм хореография коллективтары солистары ҡатнашты. Музыка, йырҙар, шиғырҙар һәм уникаль архив документтары аша тамашасылар шул осор атмосфераһына сумды.
Мемориаль концерттың кульминацияһы булып концлагерҙарҙа һәләк булған алты миллион йәһүдте символлаштырған алты шәм тоҡандырыу булды.
Артабан еңеүселәргә “Хәтер күбәләге” премияһы тапшырылды. Премия лауреаттары булып алты активист танылды, улар Холокост тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә, был темаға семинарҙар, лекциялар һәм ижади дәрестәр үткәрә.
Сараны ҡарарға баш ҡала мәктәптәре, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары килде. Концерт залы фойеһында Холокост тураһында фотостенд ойошторолдо, унда теләгән һәр кем мемориаль таҡтаташ менән фотоға төшә һәм #Хәтерләйбеҙ онлайн-акцияһында ҡатнаша алды..
Мәҙәни ваҡиғаны үткәреү “Президент гранттары фонды” аҡсаһы арҡаһында мөмкин була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 27 ғинуарҙа билдәләнә. Ул 2005 йылдың 1 ноябрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюцияһы менән булдырыла.
Фото: Дарья Святохина.