30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Республика халҡы һәр йылдағыса был мөһим сәйәси ваҡиғаға ҙур иғтибар бирә.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Диана Фарахова белдереүенсә ул йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәне ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм өмөт менән көтә.
– Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр һәм ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия исеменән Мөрәжәғәтнамәлә республикабыҙ үҫешенең төп йүнәлештәре, айырыуса Ҙур һәм татыу ғаилә йылы контексында сағылдырылыр, тигән ышаныс белдерәбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә республикабыҙҙа йәшәгән 69 меңдән ашыу ишле, шулай уҡ йәш һәм тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса аныҡ саралар ҡаралыр, тип көтәбеҙ. Балаларҙың ял итеүе һәм белем алыуы өсөн өҫтәмә инфраструктура объекттары булдырыу мөһим, был ғаиләләргә бергә күберәк ваҡыт үткәрергә һәм ғаилә бәйләнештәрен нығытырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ социаль һәм финанс өлкәләрендә генә түгел, ә ғаиләнең ыңғай образын формалаштырыу, ғаилә ҡиммәттәрен дәртләндереү һәм йәмғиәттә ғаиләләрҙең абруйын күтәреү өлкәһендә лә махсус шарттар тәҡдим ителер тип көтәбеҙ. Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостанда ғаиләләр тормошо һәм үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу юлында мөһим аҙым булыр, тип ышанабыҙ, – тине ул.
Фото: геройҙың шәхси архивынан.