

Йома, 2026 йылдың 30 ғинуарында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сыҡыш яһай. Сараны дүрт телевизион канал – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Сәләм”, “Башҡортостан 24” һәм “Вся Уфа” тура эфирҙа күрһәтәсәк, шулай уҡ трансляция республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә барасаҡ.
Сәйәси сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров ғәҙәттәгесә Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләйәсәк.
Фото: "Башинформ".