Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн республикала мөһим сәйәси ваҡиға – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Ул әле башланып тора. Быйыл ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә.
Ғәҙәттәгесә, унда республика парламентының бөтә депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, йәмәғәтселәр, үҙҙәрен күрһәткән мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, ҙур баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре һәм башҡалар йыйылды. Урында журналистар эшләй.
Сараны дүрт телевизион канал – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Сәләм”, “Башҡортостан 24” һәм “Вся Уфа” тура эфирҙа күрһәтә, шулай уҡ трансляция республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә бара.
Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров ғәҙәттәгесә Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләйәсәк. Сара барышы тураһында репортаж беҙҙең сайтта, "Бәйләнештә" төркөмөндә, Телеграм һәм Мах каналдарында барасаҡ.
Фото: bash.news
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!