Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Ғинуар , 15:30

Башлыҡ әйткәнен үтәмәй ҡалмай

Яугирҙәр, ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары – республикала иң мөһим кешеләр. Бар иғтибар, көс уларға йүнәлтелә, ти ветеран. 

Башлыҡ әйткәнен үтәмәй ҡалмай
Башлыҡ әйткәнен үтәмәй ҡалмай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен бар республика халҡы көтөп алды. Йола буйынса унда алдағы йылдарға бурыстар, маҡсаттар ҡуйыла һәм бөтә көстәр шул күрһәтмәләрҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Быйыл сәйәси сараны тыңларға бик күп хәрбиҙәр – махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары килгән ине. Араларында өс йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булған, легендар М. Шайморатов исемендәге батальондың рота командиры урынбаҫары, әлеге ваҡытта МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов та бар ине. Республика халҡы уны “Шаман” позывнойы аша белә.

– Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәләрендә элегерәк тә эшем буйынса ҡатнаша инем, һуңғы йылдарҙа яугир булараҡ килеп тыңлайым. Быйыл алдан уҡ йылдың төп документы махсус хәрби операцияға арналыр тип көтөлдө һәм был шулай килеп сыҡты ла. Яугирҙәр, ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары – республикала иң мөһим кешеләр. Бар иғтибар, көс уларға йүнәлтелә. Республика, беренсенән, еңеүгә ҙур өлөш индерә һәм шул уҡ ваҡытта ҡайтҡан егеттәрҙе дауаларға, реабилитацияларға, эшкә урынлаштырырға, бөтә яҡлап ярҙам итергә кәрәклеген аңлай. Быларҙың барыһы ла тормошҡа ашасаҡ, сөнки Радий Хәбиров – әйткән һүҙен үтәмәй ҡалмай. Алдағы йылдарҙағы Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндәрҙең барыһы ла үтәлеп килә, әле лә шулай булырына иманым камил, – тине “Шаман”.

Автор фотоһы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас