Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе итеп йәнә Елена Прочаковская тәғәйенләнде.
29 ғинуарҙа, уны Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге коллективы менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, ул уның беренсе етәксеһе ине.
Бынан алдараҡ Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала суды Прочаковскаяға ҡарата енәйәт язаһын ғәмәлдән сығарҙы һәм эш урынын файҙаланып мутлашыу тураһында эш буйынса хөкөм ителгәнлекте ваҡытынан алда бөтөрҙө.
2024 йылдың октябренән Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе вазифаһын Дмитрий Черенков башҡарҙы. Әле ул Өфө ҡала етәксеһенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.
Фото: Олег Яровиков.