Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Февраль , 20:30

Бер нимәгә ҡарамай, республика үҫешеүен дауам итә

“Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!” – тине Башлыҡ үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә. Республика хәрбиҙәребеҙҙе алғы һыҙыҡта тәьмин иткән “Ҡыш бабай” дрондарын етештереүҙе 50 процентҡа арттырырға ҡушылды.

Бер нимәгә ҡарамай, республика үҫешеүен дауам итә
Бер нимәгә ҡарамай, республика үҫешеүен дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң уның буйынса тәбҫораттары менән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, политолог Тимур Вәлитов уртаҡлашты.

– Республика Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен берҙәмлек төшөнсәһенән башланы. Санкция баҫымы һәм махсус хәрби операция үткәреү шарттарында беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тирәләй берләшергә һәм илгә һөжүмдәр алдында берҙәм булыу мөһим.  

Айырыуса ҙур иғтибар социаль тотороҡлолоҡҡа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өлкәһендә яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү республикабыҙ тормошонда ғына түгел, бөтә Рәсәй тормошонда ла өҫтөнлөк булып ҡала. Бөгөн беҙҙә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса 55 төбәк сараһы ғәмәлдә. Башҡортостан Хөкүмәтендә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү департаментын булдырырға ҡушылды. Шулай уҡ Зорге майҙанында махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына мемориал ҡуйыу башланғысы еткерелде. 

“Барыһы ла фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!” – тине Башлыҡ үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә. Республика хәрбиҙәребеҙҙе алғы һыҙыҡта тәьмин иткән “Ҡыш бабай” дрондарын етештереүҙе 50 процентҡа арттырырға ҡушылды.

Заман талаптарына ҡарамаҫтан, республика үҙенең үҫешен дауам итә, артабан социаль, медицина, спорт объекттары төҙөлә һәм төҙөлөүе планлаштырыла. Башҡортостан милләт-ара һәм дин-ара гармония өлгөһө булып ҡала, – тине ул.

Фото геройҙың шәхси архивынан. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас