30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Вәлиев үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– “Барыһы ла еңеү өсөн” тигән һүҙҙәр ваҡытында һәм дөрөҫ яңғыраны. Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаһы – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, был беҙҙең төбәк һәм бөтә Рәсәй өсөн бөгөнгө ысынбарлыҡ. Еңеү үҙенән-үҙе килмәй, уны бер кем дә бүләк итмәйәсәк. Һалдаттар бар көсөн һалып, илебеҙҙе яҡлай. Ә бында беҙ, һәр кем ҡулынан килгәнсә, үҙ урынында ҡушылырға, ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Киләсәктең төп маҡсаттарынан сығып, Башҡортостанда иҡтисад, социаль сәйәсәт, кадрҙар эше төҙөлә. Өҫтәүенә, халыҡ алдындағы бөтә социаль йөкләмәләр, бөтә мөһим программалар һаҡланып ҡалды.
Украинанан мәжбүри күсеп килеүселәргә ярҙам итеүҙә Башҡортостандың роле мөһим. Республикабыҙ меңәрләгән кешене ҡабул итте, күптәр Башҡортостанда өй һәм уңайлылыҡ тапты, шулай уҡ бында төпләнде, бөгөн предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләйҙәр.
Миңә Башҡортостан Башлығының эмпатияһын, уның был хәлгә реакцияһын тойоу мөһим ине. Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эвакуацияланырға мәжбүр булған һәм башҡорт ғаиләһе ҡабул иткән украин ҡыҙының ҡатмарлы яҙмышы тураһындағы әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” кинофильмы миҫалы айырыуса сағыу.
Беҙ тәүҙә Мөрәжәғәтнамәне көткәндә ул яһалма интеллект, киләсәк, яңы технологиялар темаһына арналыр, тип уйлағайныҡ. Тик күренеүенсә, беҙҙә күпкә мөһимерәк темалар, һынауҙар бар, һәм тап улар яңғыраны. Тимәк, артабан ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!