Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Февраль , 21:50

Иғтибарлы булығыҙ: ЦИПСО әүҙемләшә

Шикле документтарға ышанмағыҙ. Мутлашыусылар бындай киң таралған алдаҡтарҙы халыҡты ҡуҙғытыу йәки шәхси мәғлүмәттәр йыйыу өсөн ҡуллана. Шик булған осраҡта мәғлүмәтте рәсми сайттарҙа һәм министрлыҡ һәм ведомстволарҙың социаль селтәрҙәрендә тикшерегеҙ.

Иғтибарлы булығыҙ: ЦИПСО әүҙемләшә
Иғтибарлы булығыҙ: ЦИПСО әүҙемләшә

Был аҙнала Башҡортостан райондарына йәнә республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ялған бойороҡ ебәрелде. Был юлы мутлашыусылар Башҡортостанда халыҡ һаулығын һанлы күҙәтеү системаһын индереү тураһында документ тарата. Был – ялған.

“Бойороҡ”тоң тәүге пунктында уҡ һүҙ Ставрополь крайы хаҡында бара. Ҡайҙа Башҡортостан да, ҡайҙа ул Ставрополь... Тимәк, авторҙар әҙер шаблонды алмаштырырға ла тырышмай. Күрәһең, улар ялған мәғлүмәт таратырға шул тиклем ашыҡҡан, хатта текстың башында уҡ ҙур хата яһаған.

Шикле документтарға ышанмағыҙ. Мутлашыусылар бындай киң таралған алдаҡтарҙы халыҡты ҡуҙғытыу йәки шәхси мәғлүмәттәр йыйыу өсөн ҡуллана. Шик булған осраҡта мәғлүмәтте рәсми сайттарҙа һәм министрлыҡ һәм ведомстволарҙың социаль селтәрҙәрендә тикшерегеҙ.

Рәүфә Рәхимованың ресурстары йәнә Башҡортостандың тәбиғәт парктары эшмәкәрлеген ҡараларға тырыша. Был юлы сәп аҫтында – “Мораҙым тарлауығы” инфраструктураһы. Йәнәһе, инеү өсөн түләнгән хаҡ килеүселәр өсөн шарттар сифатына тап килмәй. Аргумент итеп таҙартылмаған юлдарҙан, төп күҙәтеү майҙансығына барып булмауға ҡәнәғәтһеҙлек белдергән туристың фекере килтерелә.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хәлде тикшерҙе.

Шуны аңлау мөһим: “Мораҙым тарлауығы” парк ҡына түгел, ә ҡатмарлы рельефлы, ҡаялы һәм мәмерйәле айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. Уҡыу-туристик һуҡмаҡтарҙы һәм маршруттарҙы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы менән килешеү нигеҙендә һәм билдәләнгән режимды мотлаҡ үтәп кенә файҙаланырға мөмкин.

Ҡышҡыһын күҙәтеү майҙансыҡтарына күтәрелеү йәрәхәт алыу хәүефе артыуға килтерә. Ҡышҡы осорҙа был маршруттарҙы файҙаланыу өсөн килешеүҙәр төҙөүгә ғаризалар килмәй, шуға күрә улар әлегә ҡулланылмай.

Парк етәкселеге ҡышҡы осорҙа башҡа ҡыҙыҡлы маршруттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, зубрҙар вольеры хужалығына юл таҙартылған һәм күперҙәр менән йыһазландырылған. Уңайлыҡтарға килгәндә, парк биләмәһендә беседкалар, бәҙрәф һәм урналар урынлашҡан.

Граждандарҙың байтаҡ категориялары өсөн ҡануниәттә льготалар ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ тағы ла алты категория кеше түләүҙән азат ителә.

Парк эше кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм уникаль тәбиғәтте һаҡлауға ҡорола. Ә бындай материал яҙған хәбәрселәргә журналистика нигеҙҙәрен иҫкә төшөрөргә һәм икенсе яҡтың комментарийҙарын алырға өйрәнергә кәрәк.

Украинаның ЦИПСО-һы координациялаған телеграм-канал сираттағы тапҡыр кешеләрҙе алдарға маташты. Был юлы автор яһалма интеллект ярҙамында фотоһүрәттәр һәм видеолар төшөрә. Уларҙа Башҡортостан Республикаһы спортсылары Олимпия уйындарында “бойондороҡһоҙ” флаг аҫтында сығыш яһай. Әммә бына бәлә: фотола һәм видеола Рәсәйҙең икенсе субъекты — Коми Республикаһы флагы ҡулланыла. Күрәһең, автор Рәсәй географияһын бөтөнләй белмәй һәм баҫтырыр алдынан факттарҙы тикшермәй.

Сит ил хыянатсылары илдә һәм төбәктә конфликттар ҡабыҙырға тырыша. Ялған баҫмаларға ышанып үҙегеҙҙе алдатырға бирмәгеҙ. Бигерәк тә милләт-ара мөнәсәбәттәр тураһында һүҙ барғанда.

Был аҙнала ЦИПСО бигерәк әүҙемләште. Улар координациялаған тағы бер телеграм-канал кешеләрҙең башын бутау өсөн ялған хәбәр таратты: йәнәһе Башҡортостан Республикаһы Рәсәй армияһы емергән ҡалаларҙы тергеҙә. Ысынбарлыҡ ниндәй?

Ысынында, Башҡортостан ярҙам иткән Красный Луч ҡалаһы бер ҡасан да әүҙем хәрби хәрәкәттәр зонаһында булмай. Рәсәй армияһы был тораҡ пунктты бер ҡасан да азат итмәй, сөнки Красный Луч башта Луганск Халыҡ Республикаһы составына инә һәм ВСУ көстәре тарафынан баҫып алынмай. Украина армияһының неонацистик подразделениелары унда барып етмәй. Һуғыш ҡалаға минималь рәүештә – башлыса нацист формированиелары яғынан айырым һауа һөжүме менән генә ҡағыла.

Башҡортостандың ярҙамы СССР тарҡалғандан алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонтланмаған һәм Украина яғынан бюджет финанслауын алмаған объекттарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән: мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, һыу менән тәьмин итеү системалары, канализация һәм башҡа инфраструктура. Тиҫтә йылдар буйына Киев власы был территорияларҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра, кәрәкле аҡса бүлмәй, коррупция һәм битарафлыҡ арҡаһында уларҙы яйлап емереүгә юл ҡуя.

Шуға күрә Киевта дәүләт түңкәрелеше менән риза булмаған һәм Украина составынан айырылыу һәм Рәсәйгә ҡушылыу яҡлы булған ЛХР һәм ДХР кешеләренең мөнәсәбәте ғәжәп түгел.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас