30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Төп тема – махсус хәрби операция һәм Еңеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. Саранан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ә бындай ваҡыттар көслө, уйланған ҡарарҙар талап итә. Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы бер һәм аңлайышлы – бөтәһе лә еңеү өсөн. Дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтә ресурстарҙы берләштереү мөһим.
Башҡортостан, ысынлап та, махсус хәрби операция биләмәһендә бик күпте эшләй. Республиканың өлөшө ҙур – "Башҡортостан" полкы, генерал Шайморатов исемендәге һәм башҡа исемле батальондар булдырылды һәм уларға ныҡлы ярҙам ителә. Ғөмүмән, беҙ ирекле батальондар төҙөй башлаған тәүге төбәк булдыҡ.
Ҡабул ителгән һәм ителәсәк ҡарарҙар көстәрҙе, йәмғиәтте берләштереүҙе талап итә. Еңеүгә өлгәшеү өсөн тап ошолар кәрәк.
Мөрәжәғәтнамәлә махсус хәрби операцияға, яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, ветерандарға ярҙам итеүҙән тыш, халыҡ алдында булған социаль бурыстарҙы ла үтәргә кәрәк тигән йөкләмә ҡуйылды. Барлыҡ тармаҡтарҙа ла уңышҡа тик берҙәмлек менән генә өлгәшеп була, – тине ул.
Автор фотоһы.