3 февралдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы граждандар йәмғиәте институттары әүҙемселәре менән осрашты. Сарала Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк штабы вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Граждандар йәмғиәте институттары етәкселәре былтырғы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, алдағы осорға пландар хаҡында һөйләне, шулай уҡ бер нисә башланғыс менән сығыш яһаны.
Мәҫәлән, республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе Зөлфиә Ғайсина физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе тәрбиәләү һәм торлаҡҡа ҡағылышлы хоҡуҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе, шулай уҡ мәктәптәрҙә “мөһим мәсьәләләр тураһында дәрестәр” үткәреүгә махсус хәрби операция ветерандарын, күренекле әҙәбиәтселәрҙе, журналистарҙы, блогерҙарҙы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен йәлеп итеү башланғысын индерҙе.
– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров граждандар йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты. Радий Фәрит улы йәнә бер тапҡыр йәмәғәт эшмәкәрлегенең йүнәлешен билдәләне: барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн! Рәсәй бөгөн коллектив Көнбайыш яғынан көслө баҫым аҫтында йәшәй. Беҙҙең бурыс – йәмғиәтте туплау, кешеләрҙе берҙәм маҡсат тирәләй берләштереү. Тик шулай ғына илебеҙ үҙенең бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын яҡлай ала.
Муниципалитет башлыҡтарының ҡатмарлы миссияһына айырыуса иғтибар бүленде. Был йәһәттән мин үҙем өсөн аныҡ бурыс билдәләнем — уларға ярҙам күрһәтеү кәрәк, айырыуса урындағы берләшмәләр менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуған осраҡта. Йыш ҡына низактарҙың сәбәбе – хоҡуҡи нормаларҙы аңламау. Тәжрибә күрһәтеүенсә, күп бәхәстәр аныҡ закондар ярҙамында еңел һәм тиҙ хәл ителә.
Был эш үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы ла инде: республиканың бер нисә районында граждандарҙы ҡабул итеүҙә мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ыңғай хәл ителде. Йылдар буйына ғәҙеллек даулаған кешеләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелә. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәттә ыҙғыш тыуҙырыусыларға ҡарата принципиаль позицияны һаҡлауҙы дауам итәсәкмен.
Бындай ваҡытта тотороҡлоҡто ҡаҡшатҡан һәр псевдоактивист, ғәмәлдә, дошмандарыбыҙ мәнфәғәтендә эшләй. Бындай күренештәргә һаҡ ҡарарға, ә ул кешеләр менән иҫәпләшмәҫкә саҡырам.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппаратына һәм беҙҙең ярҙамсы Максим Божкоға осрашыуҙы сифатлы техник ойошторғаны өсөн айырым рәхмәт белдерәм.
РадийФәрит улы, беҙ, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары, һеҙҙең курсты тулыһынса уртаҡлашабыҙ һәм республика һәм ил алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Бергәләп Башҡортостанды көслөрәк итәсәкбеҙ, – тине Зөлфиә Ғайсина.
Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет граждандар йәмғиәте үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Шулай уҡ Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы Валерий Александрович Фадеев та Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советы командаһына рәхмәт белдерҙе. Был – профессионализмды ғына түгел, ә кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау эшенә ихлас тоғролоҡто ла юғары баһалау.
Башҡортостанда 6,6 меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма бар. Граждандар йәмғиәте институттары һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ. Башҡортостан “Төбәк-коммерцияға ҡарамаған ойошма” өсөнсө секторҙы үҫтереү буйынса бөтә Рәсәй рейтингында тәүге 20 төбәк иҫәбенә инә.
Республика коммерцияға ҡарамаған секторҙы үҫтереү буйынса Рәсәй лидерҙарының береһе булараҡ нығынды. Төбәк коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә тотоноу механизмдары буйынса илдең иң яҡшы өс субъекты рәтендә. 2022 йылдан башлап республика Башлығы Гранттары фондынан социаль проекттарға 700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары Президент гранттары конкурстарында ҡатнашып, социаль проекттарға 1,3 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп иткән.
Фото: vk.ru/thegaysina.