

Илебеҙҙә буласаҡ дипломаттарҙы мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләгәндәре тураһында беләһегеҙме? Баҡһаң, ошо йүнәлештә эшләгән мәктәптәр ҙә була икән. Башҡортостанда ла ошондай уҡыу йорто бар. Ул Күмертау ҡалаһында урынлашҡан “Гармония” 1-се урта белем биреү мәктәбе. Бында 2018 йылдың апреленән Кәрим Хәкимов исемендәге “Йәш дипломат” клубы эшләй.
Яңы мөмкинлектәр аса
Илдә был идея алыҫ 1990 йылда барлыҡҡа килә. Ул саҡта СССР-ҙың Сит ил эштәре министрлығы коллегияһы тарафынан “Совет дипломатик хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы” ойошторола, ул 1991 йылдың декабрендә “Рәсәй йәмәғәт берекмәһе – дипломатик хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы” булараҡ теркәлә, уға ирекле нигеҙҙә дипломатик хеҙмәткәрҙәр инә.
Был берләшмәнең маҡсаты – мәктәп уҡыусылары менән балаларҙа халыҡ-ара белгес һөнәрендә булырға һәм үҙ иленең милли мәнфәғәттәрен дөрөҫ аңларға, уларҙы яҡлау буйынса аныҡ позиция биләй белергә мөмкинлек биргән сифаттар булдырыу буйынса һөнәри йүнәлеш биреү эше алып барырға. Бөгөнгө мәктәп уҡыусылары яҡын киләсәктә Рәсәй яҙмышы, уның иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм хәрби хәүефһеҙлек өсөн яуаплы буласаҡ. Был йәһәттән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҙә ситтә ҡалмай. Юҡҡа ғына Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров тышҡы сәйәси проблематика менән ҡыҙыҡһынған йәштәр менән эшләүҙе көсәйтергә ҡушмай.
Шулай итеп, ассоциация эгидаһы аҫтында “Киләсәк дипломаттары” балалар йәмәғәт хәрәкәте ойошторола, ул әлеге ваҡытта илебеҙҙең егерме ете төбәгенән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр менән ҡыҙыҡһынған уҡыусыларҙы үҙ эсенә ала.
Эш клуб кимәлендә мәктәп уҡыусыларының тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең хәҙерге проблемалары өлкәһендә кластан тыш белем алыу, сит телдәрҙе тәрән өйрәнеү, дипломатик этикет һәм протокол менән танышыу аша алып барыла. Ҙур саралар (форумдар, конференциялар) барышында, ә улар байтаҡ үткәрелә “Что, где, когда”, “БМО моделдәре”, “Своя игра” тибындағы тематик интеллектуаль һәм ролле уйындар ойошторола. Был саралар ваҡытында уҡыусылар лекциялар тыңлай, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, балаларҙы тәжрибәле остаздар: дипломатик хеҙмәт ветерандары һәм ғәмәлдәге дипломаттар, ғалимдар, программаға индерелгән теге йәки был мәсьәләләр буйынса белгестәр үткәрә. Шулай уҡ Үзбәкстан, Монголия, Камчатка, Израиль, Санкт-Петербург, Дағстан, Грузия, Әрмәнстан һәм башҡа төбәктәргә экскурсия-белем турҙары ойошторола.
“Киләсәк дипломаттары” белем биреү программаһында ҡатнашыу уҡыусыларға яңы мөмкинлектәр аса. Иң элек, шәхестең үҫеше юғары квалификациялы, ҙур дипломатик йәки фәнни, шул уҡ ваҡытта ябай тормош тәжрибәһе булған остаздар менән аралашыу, улар менән үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы тикшереү, яңы белем һәм компетенциялар алыу, икенсе төрлө әйткәндә, мәктәп программаһынан тыш өҫтәмә үҫешеү мөмкинлеге аша бара. Икенсе яғы уларҙа мәҙәни код формалашыуы, грамоталы телмәр күнекмәләре, төрлө шарттарҙа үҙен лайыҡлы тотоу һәләте, өлкәндәргә ихтирамлы мөнәсәбәт һәм башҡалар менән бәйле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Киләсәк дипломаттары” хәрәкәте уның мөһимлеген аңлау ғына түгел, ә юғары дәүләт кимәлендә конкрет ярҙам да таба. Йәш дипломаттарҙы Рәсәй сит ил эштәре министрлығында, МГИМО-ла һәм Дипломатик академияла күрергә шаттар.
Клуб совет дипломатының исемен йөрөтә
Күмертау мәтәбендәге клуб та һигеҙенсе йыл уңышлы эшләп килә. Унда 7-11 класс уҡыусылары ҡатнаша. Клуб Рәсәй дипломатик мөнәсәбәттәре тарихы, ораторлыҡ сәнғәте, лингвистиканы һәм илдәрҙе өйрәнеү, фәнни дипломатия, актуаль инглиз теле йүнәлештәре буйынса көйләнгән.
Клубтың аныҡ ойошторолған структураһында президент һәм вице-президент етәкселегендә эш йүнәлештәре буйынса подразделение етәкселәре бар, ә бөтә процестарҙы координациялау өсөн тәжрибәле куратор (клуб етәксеһе) яуаплы. Был эште нигеҙ һалынған көнөнән алып инглиз теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Фәнил ҡыҙы Гаврилова алып бара. Уның етәкселеге аҫтында йәш дипломаттар йылдың йылы юғарыраҡ уңыштарға өлгәшә.
Клуб бөтә Рәсәй сараларында әүҙем ҡатнаша: форумдарҙа, онлайн конкурстарҙа, конференцияларҙа, телекүперҙәрҙә, МГИМО-ның университет шәмбеләрендә, “БМО моделе” эшлекле уйынында, викториналарҙа, халыҡ-ара слеттарҙа, дипломатик һәм Карлов уҡыуҙарында, ғилми-тикшеренеү эштәре конкурстарында, түңәрәк өҫтәлдәр трансляцияларында, төрлө акцияларҙа.
Мәктәптә һәм ҡалала клуб ағзалары билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, дипломаттар һәм ораторлыҡ сәнғәте конкурстары, төрлө илдәргә арналған көндәр үткәрә, башланғыс класс уҡыусылары алдында клуб һәм дипломаттар тураһында сығыш яһай. Рәсми саралар менән бер рәттән, клуб ағзалары төрлө туристик урындарға: Санкт-Петербург, Дағстан, Израиль, Иордания, Фәләстин, “Алтын ҡулса” ҡалаларына, Грузияға барырға ярата.
Кәрим Хәкимов исемендәге “Йәш дипломат” клубы президенты Егор Носов эшмәкәрлектәре тураһында ентеклерәк һөйләне.
– Беҙҙең клуб билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың исемен йөрөтә. К.Хәкимовтың биографияһын һәм дипломатик эшмәкәрлеген өйрәнеү тураһында ентекләберәк һөйләргә теләйем. Беҙ ғәйәт ҙур эш башҡарҙыҡ һәм “Башҡортостандың беренсе дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында” проект булдырҙыҡ. Клуб ағзалары ”К.Хәкимов эшмәкәрлеген мәңгеләштереү һәм пропагандалау” тигән дөйөм исем аҫтында уның тормош юлы, дипломатик эшмәкәрлегенең башы, ғәрәп илдәрендә дипломат эшенең ауырлыҡтары, ҡабул итергә тура килгән ғәҙәти булмаған ҡарарҙар тураһында тикшеренеү проекттары яҙа. Шулай уҡ балалар Кәрим Хәкимов тураһында инглиз телендә эсселар ижад итте, электрон презентациялар ойошторҙо, тәүҙә виртуаль экскурсия яһаны, ә һуңынан Бишбүләк районы Дүсән ауылындағы уның исемен йөрөткәе музейға экскурсияға барҙы.
Артабан “Кәрим Хәкимов – Башҡортостандан күренекле совет дипломаты” халыҡ-ара видеоконференцияһы үтте, унда Күмертау ҡалаһы клубы һәм Рәсәйҙең Джиддалағы Вәкиллеге ҡатнашты. Ошо ҙур эш һөҙөмтәһендә клубтың биш йыллығында беҙгә Кәрим Хәкимов исеме бирелде. 2025 йылдың ноябрендә Күмертау “Кәрим Хәкимов – тыуыуына 135 йыл. Милли мәҙәниәттәр дипломатияһы” Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итте. Беҙгә Рәсәйҙең төрлө тарафынан йәш дипломаттар килде: Калининград, Рязань, Обнинск, Ырымбур, Долгопрудный, Тула. Клуб ағзалары был исемде ғорурлыҡ менән йөрөтә, – тине ул.
Лайыҡлы алмаш үҫә
Уның һүҙҙәренә киң мәғлүмәт саралары йүнәлеше рәйесе Альвина Жаманкулова ҡушыла.
– Беҙҙең клуб күптән инде урындағы ҡыҙыҡһыныуҙар түңәрәге сиктәренән сыҡты. Бөгөн был динамик команда, уның географияһы һәм әүҙемлеге хатта федераль кимәлдә лә һоҡландыра. Коллектив нигеҙләнгәндән алып ҡыҙыу эшмәкәрлек алып бара, үҙебеҙ һәм Күмертау тураһында Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө мөйөштәрендә белдерәбеҙ. Күмертау һәм Башҡортостан исеменән Монголияла, Израилдә һәм Белоруссияла лайыҡлы сығыш яһаныҡ. Ҙур форумдарҙа ҡатнашабыҙ. Был – баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Балалар алдынғы эксперттарҙан, дипломаттарҙан һәм ғалимдарҙан белем алып ҡына ҡалмай, ә, иң мөһиме, төрлө илдән килгән тиҫтерҙәре менән ныҡлы дуҫлыҡ һәм һөнәри бәйләнештәр булдыра. Улар командала эшләргә, үҙ ҡарашын яҡларға һәм, әлбиттә, тыуған республиканы уның традициялары, тарихы һәм потенциалы тураһында һөйләп, лайыҡлы күрһәтергә өйрәнә. Йәмәғәт дипломатияһы призмаһы аша беҙ үҙ-ара эш итеүҙе нығытырға өйрәнәбеҙ. Һәм беҙ, дөйөм Рәсәй диалогында ҡатнашып, республикабыҙ һәм бөтә ил халыҡтарының иң ҡәҙерле ҡиммәттәре— тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ һәм ысын дуҫлыҡты һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ менән айырыуса ғорурланабыҙ, – ти ул.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Мөхәмәтфәтих улы Ғәлиәкбәров белдереүенсә, Күмертау мәктәбендәге “Йәш дипломат” клубы ҡатнашыусылары – уларҙың тоғро дуҫтары. Балалар дипломатияға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, министрлыҡтың һәм вәкиллектең эштәрендә даими рәүештә әүҙем ҡатнаша.
– Башҡортостанда ошондай клубтың булыуы беҙҙе әлбиттә бик ҡыуандыра. Иң мөһиме – лайыҡлы алмаш үҫә. Балалар бәләкәйҙән был ҡатмарлы өлкә тураһында тәрән белем ала, илдә, донъяла барған хәлдәрҙе аңлай. Улар беҙҙең күп сараларҙа ҡатнаша, республикабыҙҙы ил һәм донъя кимәлендә яҡшы яҡтан күрһәтә. Был эш өсөн мәктәп директоры Елена Канунниковаға һәм клуб етәксеһе Лилиә Гавриловаға ҙур рәхмәт, – тине ул.
Фотолар: “Йәш дипломат” клубы.