Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе. Унда төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлек ҡаралды.
Башҡортостан Башлығы төрлө өлкәләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙың юғары потенциалын билдәләне.
– Ташкент өлкәһенең ҙур делегацияһы республикабыҙҙа эшләй. Беҙ быға тиклем өлгәшкән килешеүҙәр конкрет ғәмәлдәр фазаһына инә. Хеҙмәттәшлек мәсьәләләрендә булған ҙур потенциалды иҫәпкә алып, беҙгә, әлбиттә, уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Үҙ сиратыбыҙҙа апрелдә, “Иннопром.Үҙәк Азия” күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Үзбәкстанға барырға ниәтләйбеҙ. Был эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм яңы башланғыстар башлау өсөн яҡшы майҙансыҡ.
Мәҫәлән, 2026 йылдың яҙында “Бекабад” технопаркы майҙансығында әҙерлек эштәрен тамамларға һәм төҙөлөш-монтаж эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр.
Тағы ла ҙур проекттар көтөлә. Башланғыстар иҫәбендә үзбәк инвестицияларын йәлеп итеп — Өфөлә ҡунаҡхана комплексы һәм Иглин районында малсылыҡ фермаһы төҙөү.
Яҡтар умартасылыҡ һәм апитерапия, мәғариф өлкәһендәге тәҡдимдәрҙе, шулай уҡ төбәктәрҙең сауҙа йорттарын асыу юлы менән тауар әйләнешен киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Ғөмүмән, Үзбәкстан республикабыҙҙың төп тышҡы иҡтисади партнерҙарыбыҙҙың береһе булып тора. 2025 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 5,2% өлөш менән етенсе урынды биләй. 2017 йылдан ике төбәк араһында тауар әйләнеше өс тапҡырға артҡан.
2026 йылдың апрелендә Үзбәкстанда үтәсәк "Иннопром. Үҙәк Азия” күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһының ҡатнашыуы эшмәкәрлекте арттырыуҙың сираттағы аҙымы буласаҡ тип көтөлә.
Ташкент өлкәһенә килгәндә, ул Башҡортостан менән сауҙа алмашынан сәнәғәт кооперацияһына күсә. Башҡортостан менән Үзбәкстан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында “юл картаһына” ҡул ҡуйыу 2025 йылдың 3 декабрендә Ташкентта Рәсәй-Үзбәкстан Хөкүмәт-ара комиссияһының 26-сы ултырышында төп ваҡиғаға әүерелде. Документ сәнәғәт кооперацияһынан һәм инвестицияларҙан, ауыл хужалығынан һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтенән алып туризмға, мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә тиклем перспективалы йүнәлештәрҙең бөтә спектрын үҙ эсенә ала. Бындай комплекслылыҡ партнерлыҡтың стратегик тәрәнлеген күрһәтә.
Етәксенең хеҙмәте ҙур
Был эшмәкәрлектә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың өлөшө ҙур. Эксперт рейтинг агентлыҡтары билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы йыш ҡына халыҡ-ара бәйләнештәр әүҙемлеге күрһәткестәре буйынса губернаторҙар араһында алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, күптән түгел “Минченко консалтинг” холдингы 2025 йылдың декабре өсөн Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексы һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров икенсе урынды биләне. Был губернаторҙың әүҙемлегенең мөһим күрһәткесе.
Федераль политологтар Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеген киңәйтеүен төбәк иҡтисадының яңы үҫеш нөктәләрен формалаштырыу мәсьәләләрендә төбәктең конкурент өҫтөнлөктәренең береһе тип билдәләй. Республика Үҙәк Азия илдәре менән тарихи һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтерә. Башҡортостан вәкиллектәре Ҡаҙағстанда, Белоруссияла, Ҡытайҙа, Төркиәлә һәм Үзбәкстанда эшләй. Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә һәм Иранда офистар асыу планлаштырыла.
Радий Хәбиров үҙе лә билдәләүенсә, ”халыҡ-ара кооперацияһыҙ һөҙөмтәле сәнәғәт һәм дөйөм алғанда иҡтисад булдырыу һәм үҫтереү мөмкин түгел”.
Шул уҡ ваҡытта, һуңғы йылдарҙа Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәте һөҙөмтәһендә, Башҡортостан тышҡы партнерҙар системаһын үҙгәртеп ҡора. Мәҫәлән, бөгөн төбәк үҙенең тышҡы иҡтисади өҫтөнлөктәрендә яҡын сит илдәргә, шул иҫәптән Белоруссияға, Үзбәкстанға, Тажикстанға һәм башҡа йүнәлеш ала. Тап дөйөм етештереү һәм мәҙәни бәйләнештәр һаҡланып ҡалған постсовет киңлегендәге партнерҙар менән кооперация Башҡортостан предприятиеларына өҫтәмә хаҡ булдырырға, тауарҙар номенклатураһын киңәйтергә һәм предприятиеларҙы сифатлы яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирә.
Республика үҙе ярҙам итә
Эшҡыуарҙарҙың тышҡы баҙарға сығыуы ҡануниәттәге айырма, логистик ҡатмарлыҡтар проблемалары, ә хәҙерге шарттарҙа санкцияларҙың иҫәпләү механизмдарына йоғонтоһо менән бәйле. Ошо сәбәптәр арҡаһында республика бизнес өсөн ышаныслы оҙатыусы булып китә. Башҡортостанда федераль инструменттарҙы (экспорт кешбэгы, Рәсәй экспорт үҙәгенән “Ашығыс экспорт ярҙамы” һәм “Экспорт форсажы” проекттарын), шулай уҡ муниципаль кимәлдә үҙ инициативаларын үҙ эсенә алған күп кимәлле ярҙам системаһы төҙөлгән.
Башҡортостан ҡарашы финанс сараларын ғына түгел, туранан-тура дипломатик ярҙамды ла үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров билдәләүенсә: “Республика Башлығы һәм Хөкүмәт кимәлендә халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлекте хуплап, беҙ шулай уҡ сатыр системаһын булдырабыҙ. Беҙҙең әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙә Башҡортостан вәкиллектәрен астыҡ. Улар Рәсәйҙең сауҙа вәкиллектәре структураһында эшләй, экспортерҙарыбыҙға ярҙам итеү һәм яңы партнерҙар эҙләү буйынса бурыстар үтәй. Йәғни беҙ бер яҡтан бизнесҡа ярҙам сараларының һөҙөмтәле системаһын, икенсе яҡтан – республика яғынан лобби мөмкинлектәрен булдырҙыҡ”.
Гуманитар бәйләнештәр иҡтисадты көсәйтә
Башҡортостан менән Үзбәкстан төбәктәре араһындағы партнерлыҡ дөйөм иҡтисади проекттар нигеҙендә генә түгел, ә тарихи, мәҙәни һәм кешелек бәйләнештәренең ныҡлы нигеҙендә лә төҙөлә. Был Рәсәйҙең һәм Үзбәкстан республикаһының дөйөм тарихы, шулай уҡ Башҡортостан менән Үзбәкстандың төрки тамырҙары һәм рухи традициялары уртаҡлығы менән аңлатыла.
Өфөлә 2019 йылдан рәсми рәүештә Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының бер өлөшө булған “Евразия” үзбәк милли мәҙәни үҙәге эшләй. Үҙ сиратында, 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән Үзбәкстандың Ташкент, Бохара, Ферғана һәм башҡа ҡалаларында милли берләшмәләр эшләй. 2023 йылда Башҡортостандың милли музейына Ғосман Ҡөрьәненең уникаль алтын күсермәһен – ҡасандыр Өфөлә һаҡланған тарихи ҡомартҡыны тапшырыу рухи һәм мәҙәни берҙәмлектең сағыу символы булды.
Башҡортостан менән Үзбәкстандың мәғариф һәм фән өлкәһендәге бәйләнештәре ныҡ үҫеш ала. 2026 йылда Башҡортостан вуздарында меңдән ашыу Үзбәкстан гражданы белем ала – был башҡорт мәғарифының сифатына юғары ышаныс күрһәткесе. Хеҙмәттәшлек системалы: ике илдең университеттары араһында хеҙмәттәшлек һәм алмашыу программалары тураһында 23 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Миҫал булып Өфө дәүләт нефть техник университетының (ӨДНТУ) проекты тора, ул Наманган һәм Чуст ҡалалары мәктәптәрендә үҙенең брендлы кластарын аса.
2025 йылдың апрелендә эш сәфәре менән Ферғана өлкәһенә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы вәкилдәре килде. Өфөнән Үзбәкстанға авиарейстар һанын арттырыу процесы бара.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.