

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡулға алыныуына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
– Әминә Ивний ҡыҙын бик әҙәпле кеше һәм һөҙөмтәле министр тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Ул 2012 йылдан эшләй. 14 йыл эшләү осоро – ул мәҙәниәтебеҙҙең, уның институттарының, мәҙәниәт инфраструктураһының сәскә атҡан осоро, мәҙәниәт министрлығы етәксеһе булараҡ ул ҙур хеҙмәт башҡарҙы.
Радий Хәбиров бәлиғ булмаған балаһы булған ҡатынға һәм әсәгә ҡарата сикләү сараһы итеп ҡулға алыуҙы һайлау менән бәйле хәлде бик ауыр һәм аңлайышһыҙ тип атаны.
– Булған хәл – ауыр һәм аңлайышһыҙ. Мин һәр ваҡыт тикшереүҙең хәл ителәсәгенән, ә судтың ҡарар сығарыуынан сығып эш итәм, әммә ни өсөн бәлиғ булмаған балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙы сикләү сараһы итеп ҡулға алыуҙы һайларға кәрәклеген аңламайым, – тип билдәләне республика Башлығы.
Республика Башлығы Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтан министр вазифаһын башҡарыусы кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һораны. Шулай уҡ ул Хөкүмәттән Әминә Шафиҡованың ғаиләһенә тейешле ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүен һәм үтенескә ҡул ҡуйырға әҙер булыуын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙең Басман район суды уҙған кесаҙна, 19 февралдә, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы 17 апрелгә тиклем законһыҙ аҡса тотоноу һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләп, һаҡ аҫтына алды.
Фото: скриншот.