

Өфөлә республика ЮХХДИ-ның район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке начальнигы Илдус Шәйбәковҡа хөкөм ҡарары сығарылды.
Суд уны бер йылға иркенән сикләү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында туғыҙ йылға вазифа биләүҙе тыйып, ҡаты режимлы колонияла 18,5 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм сығарҙы. Шулай уҡ уны полиция подполковнигы дәрәжәһенән мәхрүм иттеләр һәм 2,5 миллион һум күләмендә штраф түләргә ҡуштылар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһынан.
Дәүләт ғәйепләүсеһе ғәйепләнеүсе өсөн 23 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораған ине. Матбуғатта Ринат Шәйбәковты “алтын гайшник” тип йөрөтәләр.
Ринат Шәйбәков суд ҡарарын тәфтиш изоляторында көттө. Уны 2022 йылдың авгусында һаҡ аҫтына алалар. Быға тиклем ул бер йылдан ашыу ҡасып йөрөгән.
Шулай уҡ “Алтын гаишник” төркөмөнөң ете ҡатнашыусыһына ла хөкөм ҡарары сығарылды.
Уларҙың барыһы ла Өфө ЮХХДИ-ның район-ара теркәү-имтихан бүлегендә эшләгән:
- Айҙар Ғиндуллин – Илдус Шәйбәковтың урынбаҫары, майор званиеһынан мәхрүм ителде, 17,5 йылға колонияға;
- Илдар Нафиҡов – капитан дәрәжәһенән мәхрүм ителә, 900 мең һум штраф һалына, 17,5 йылға колонияға;
- Михаил Паситов - өлкән лейтенант званиеһынан мәхрүм ителә, 900 мең һум штраф һалына, 16 йылға колонияға;
- Евгений Евсеев – капитан дәрәжәһенән мәхрүм ителә, 1,2 млн. һум штраф һалына, 16 йылға колонияға;
- Илдар Ғөбәйҙуллин – капитан дәрәжәһенән мәхрүм ителде, 400 мең һум штраф һалына, 15 йыл да 9 айға колонияға;
- Динар Фәхретдинов – капитан дәрәжәһенән мәхрүм ителә, 300 мең һум штраф һалына, 15 йыл да 8 айға колонияға;
- Илшат Заһиҙуллин – капитан дәрәжәһенән мәхрүм ителде, 12 йылға колонияға.
Фото: скриншот.