Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ағиҙел ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Илшат Сәлимовты үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙан вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләйҙәр.
Уны 25 февралдә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Тәртип һаҡлау хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда полиция хеҙмәткәре дүрт хеҙмәткәренә тәғәйенләнгән премияларҙың бер өлөшөн үҙенә тапшырыуҙы талап итә. Бүлек хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт буйынса кире эҙемтәләрҙән ҡурҡып, уға 165 мең һум аҡса тапшыра. Начальник ул аҡсаны үҙ ҡарауы буйынса файҙалана.
Суд Сәлимовты өйҙәге һаҡ аҫтында ҡалдырыу сараһын тәғәйенләгән.
Фото: скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash....