Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Рәсәйҙә "Рус телен яҡлау тураһында"ғы Закон көсөнә инде

Ул ниндәй талаптар ҡуя?

Бөгөн Рәсәйҙә "Рус телен яҡлау тураһында"ғы Закон көсөнә инде
Бөгөн Рәсәйҙә "Рус телен яҡлау тураһында"ғы Закон көсөнә инде

Бөгөн, 1 мартта, "Рус телен яҡлау тураһында"ғы Закон көсөнә инде. Уны былтыр ҡаранылар һәм ҡабул иттеләр. Төҙәтмәләр ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән, сөнки улар сит ил һүҙҙәрен һәм уларҙың бизнес хужалары бирергә теләгән мәғәнәләрен аңламауҙары мөмкин.

Иң мөһиме: яҙыуҙарҙағы, күрһәткестәрҙәге, таҡталарҙағы мәғлүмәт хәҙер рус телендә булырға тейеш, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары телдәрендә лә ҡабатланыуы мөмкин.

2026 йылдың 1 мартынан һуң төҙөлөп ятҡан торлаҡ комплекстарын кириллица ҡулланып ҡына атау рөхсәт ителә. Бынан тыш, онлайн-кинотеатрҙар һәм социаль селтәрҙәр хужалары Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен дискредитациялаған фильмдар йәки сериалдар таралыуын туҡтатырға бурыслы.

Сит ил һүҙҙәре рус телендә тулы һәм теүәл ҡабатланғанда ғына рөхсәт ителә. Яҙыуҙар төҫө, шрифты һәм ҙурлығы буйынса бер төрлө булырға тейеш, юғиһә был закон боҙоу тип иҫәпләнергә мөмкин.

Теркәлгән тауар билдәләрен һәм фирма атамаларын тәржемәһеҙ ҡалдырырға мөмкин. Уларҙың рәсми танытмалары булырға тейеш. Шулай уҡ закон рус телендә аналогы булмаған шәхси исемдәргә, стандарттарға, фәнни һәм техник терминдарға ҡағылмай.

Закондың үтәлешен муниципалитеттар, Роспотребнадзор, Федераль суд приставтары хеҙмәте, прокуратура күҙәтәсәк. Ҡағиҙә боҙоусыларға максималь штраф 500 мең һум тәшкил итә.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас