Бөтә яңылыҡтар

Андрей Назаров студенттарға бизнес һәм власть темаһына дәрес бирҙе

“Кемделер хөкөм иткәнсе, уның аяҡ кейемендә уның юлын үт”

Андрей Назаров студенттарға бизнес һәм власть темаһына дәрес бирҙе
Андрей Назаров студенттарға бизнес һәм власть темаһына дәрес бирҙе

Геном үҙәгенең конференциялар залында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән студенттарҙың осрашыуы үтте, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәте.

Министрҙар кабинеты башлығының “Бизнес һәм власть: яңы тарих дәрестәре” темаһына сығышы ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сарала республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының -  Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, ӨФҺТУ, БДМУ, ӨДНТУ, БДПУ, БДАУ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты һәм РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының 350 студенты ҡатнашты.

Спикер әйтеүенсә, идарасының төп ҡағиҙәһе бар: ҡарарҙарҙы теләгәнсә түгел, ә шарттар рөхсәт иткәнсә ҡабул итергә, сөнки һәр ваҡыт ҡарарҙарҙы ресурстар сикләнгән шарттарҙа ҡабул итергә тура килә. һәм ул XIV Далай-ламаның һүҙҙәрен килтерә: “Кемделер хөкөм иткәнсе, уның аяҡ кейемендә уның юлын үт”. Дәүләт хеҙмәткәре аяҡ кейемен кейеп, мин күп кенә таштарға абына башланым һәм чиновниктарҙың  теге йәки был ҡарарҙы ни өсөн ҡабул итеүен аңланым”.

- Радий Хәбировтың идара итеү командаһы һуңғы биш-ете йыл дауамында республикабыҙҙа илебеҙ өлөшөнә төшкән күп кенә глобаль саҡырыуҙарға яуап бирә. Был ковид пандемияһы, бығаса булмаған санкция баҫымы, шулай уҡ геосәйәси ҡаршылыҡ.

Тап республика Хөкүмәте бында локомотив булып сығыш яһай, ул Радий Хәбиров етәкселегендә көн һайын республиканың мөмкин тиклем агрессив тышҡы шарттарҙа үҫешен нисек тәьмин итеү мәсьәләһенә ҡайтып ҡала.

Студенттар был көн тәртибенә индерелергә тейеш. Шул иҫәптән был шарттарҙа ниндәй үҫеш перспективалары барлығын аңлаһындар өсөн. Шуға күрә студенттарҙың республика Хөкүмәте Премьер-министры менән осрашыуы – йәштәр өсөн кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы сара, – тип аңлатты Башҡортостан Башлығы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов.

Осрашыуҙа әүҙем ҡатнашыусылар өсөн БР Хөкүмәтендә стажировка иғлан итеү сараның кульминацияһы булды.

Башҡортостан Башлығы академияһының асыҡ лекторийҙары ғәҙәттәгесә әүҙем һәм ҡыҙыҡһынған йәштәр өсөн дискуссия һәм интеллектуаль майҙансыҡҡа әүерелде. Бынан алда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары менән туризм һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса лекторий үтте.

Фото: Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Андрей Назаров студенттарға бизнес һәм власть темаһына дәрес бирҙе
Андрей Назаров студенттарға бизнес һәм власть темаһына дәрес бирҙе
Андрей Назаров студенттарға бизнес һәм власть темаһына дәрес бирҙе
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас