Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер

Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары тармағының төп бурыстары билдәләнде

Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер

Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев барыһын да республика  Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләне.

Залда мәғлүмәт һуғышы шарттарында республиканың хәҙергә заман мәғлүмәт киңлеген формалаштырыусылар йыйылған, республиканың медиа киңлегендә әһәмиәтле яңылыҡтар менән профессиональ кимәлдә таныштырыу мөһим бурыс булып тора, тип билдәләне ул.

– Барыбыҙҙан да тырышлыҡты координациялау, яуап биреү тиҙлеге, яңы майҙансыҡтарҙа һәм яңы форматтарҙа эшләү талап ителә. Беҙ яһалма интеллект алымдарын, медиа эш технологияларын үҙләштерергә, төрлө йүнәлештә ҡыҙыҡлы яҙмалар әҙерләргә, социаль селтәрҙәрҙә тыуған республикабыҙҙың абруйын һәм брендтарын намыҫ менән танытырға бурыслыбыҙ, – тип белдерҙе Искәндәр Әхмәтвәлиев.

Махсус хәрби операцияны яҡтыртыу көн тәртибендә төп йүнәлеш булып ҡала. Искәндәр Рәүеф улы республика киң мәғлүмәт сараларына уны оператив, сифатлы, системалы яҡтыртҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ хәрби хәбәрселәргә айырыуса рәхмәтле. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә беренсе булып ошо статусты индерҙе.

Искәндәр Әхмәтвәлиев, өсөнсө мөһим тема – демография, тип белдерҙе. “Быйыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, ә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителде”, – тип, ул тыуымды күтәреүҙе, ғаиләләргә ярҙам сараларын, традицион ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙе, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуҙы, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы, Башҡортостандың этномәҙәни байлығын һаҡлауҙы билдәләне.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев уҙған йылдың беҙҙең тармаҡ өсөн ваҡиғаларға бай булыуын, яуаплы һәм өҙлөкһөҙ эш талап итеүен һөйләне. Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары федераль, халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғаларҙы яҡтыртты, кибермутлашыуға, фейкньюсҡа, терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәш темалары буйынса эшләне, тине ул.

– Беҙ аудиторияның ышанысын һаҡлап алып ҡына ҡалмайынса, ә илдәге иң көслө медиаландшафттарҙың береһе статусын раҫлап, яңы сифат стандарттарын булдырҙыҡ, – тип билдәләне Максим Ульчев. – Аудиторияның 85 проценты ай һайын интернеттан файҙалана, Рәсәйҙең һәр кешеһе 4,5 сәғәт интернетта ултыра. Ә беҙҙең баҫмалар – һанлы мөхиттә лидер.

Максим Ульчев киң мәғлүмәт сараларында МХО-ның төп тема булып ҡалыуын белдерҙе. Электрон һәм матбуғатта көн һайын 160-ҡа яҡын материал сыға. Яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре тураһында төрлө жанрҙа 59000-дән ашыу материал һәм тапшырыу әҙерләнгән. МХО тураһында китаптар баҫылып сыҡҡан.

Коллегияның киңәйтелгән ултырышында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина сығыш яһаны һәм предприятиеның ҡыҙаныштары, киләсәккә пландары тураһында фекерҙәрен уртаҡлашты.

Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы билдәләүенсә, 2024 йылдан Башҡортостан журналдары маркетплейстарҙа һатыуға сыға. 2025 йыл аҙағынан Өфөләге “Байрам” селтәрендәге магазиндарҙа ла тәжрибә сифатында журналдар һатыла башлаған.

Нәшриәт йортоноң генераль директоры һүҙҙәренсә, 2025 йылда матбуғат баҫмаларының дөйөм уртаса тиражы 256 мең дана тәшкил итә. Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу тиражы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.

Медиахолдинг өс йүнәлеште берләштерә: республика баҫмалары, район һәм ҡала гәзиттәре, шулай уҡ типографиялар. Предприятиела 1425 кеше эшләй, бөтәһе 156 баҫма сығара. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының алты телендәгәзит-журналдар нәшер ителә.

– Гәзит мөһим мәғлүмәт сығанағы булып ҡала, уны “туҡтатып булмай”. Был һанлы технологияларға ҡаршы нигеҙ түгел, ә гәзит һәм журналдарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән дәлил. Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыусылар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй, – тине Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы.

Шулай уҡ ул сығышында тармаҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләргә, республика баҫмаларының тиражы кәмеүенә йоғонто яһаған сәбәптәргә туҡталды.

– Һуңғы яҙылыу кампанияһы барышында беҙ тағы ла бер етди проблемаға — “Рәсәй Почтаһы” структураһында юридик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән белгестәрҙең етешмәүенә юлыҡтыҡ. Күп предприятиелар һәм ойошмалар килешеүҙәрҙе Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса үҙәк офисына ебәргән, әммә ғаризаларҙың күбеһе эшкәртелмәйенсә ҡалған.

Беҙ үҙебеҙ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Филиалдар юридик берәмектәр менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөй һәм матбуғат баҫмаларын ташыуҙы ойоштора. Былтыр йыл аҙағында эксперимент башланыҡ: Асҡын районында ойошма һәм предприятиелары өсөн республика баҫмаларына яҙылыу “Рәсәй почтаһы” ҡатнашлығынан тыш ойошторолдо. Өфөнән районға илтеүҙе – почта, район үҙәгенән ойошмаларға тиклем урындағы редакция тәьмин итә. Киләһе яҙылыу кампанияһында был пилот тәжрибәһен киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Әммә беҙ бөтә республиканы солғап ала алмаясаҡбыҙ,— тип билдәләне етәксе.

Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы коллегаларына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм барыһына ла уңыштар теләне.

Коллегия ултырышында “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Рауил Зарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова 2025 йылда киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм төп ваҡиғалары тураһында һөйләне.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәрен билдәләнеләр. "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Рания Билалова, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының теле һәм радиопрограммалар продюсеры Рөстәм Ғәббәсов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының телевидение студияһының интерактив программалар редакцияһының ял көнө программалары бүлеге комментаторы Альбина Фәйзуллина,  “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина, “Юлдаш” радиоһының алып барыусылар бүлеге етәксеһе Гүзәл Зарипова, “Туймазинский вестник” гәзитенең баш мөхәррире Оксана Мәҡсүтова һәм башҡалар лайыҡ булды.

Айрат Нурмөхмәтов фотоһы.

 

Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Беҙҙең баҫмалар һанлы мөхиттә лидер
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас