Бөтә яңылыҡтар

“Еңеү яулармын тип хатта күҙ алдына килтермәй инем...”

 Кристинаны еңеүсе тип кенә әйтеп булмай, ул үҙенең изге күңелле, иғтибарлы һәм мөләйем булыуы менән дә күптәргә өлгө

“Еңеү яулармын тип хатта күҙ алдына килтермәй инем...”
“Еңеү яулармын тип хатта күҙ алдына килтермәй инем...”

Хәҙер ҡайһы ғына ойошмаға барма, белешмә кәрәк, тигәндәй. Ә уларҙы бер урында алыу күпкә уңайлыраҡ. Кемдең ойошманан-ойошмаға йүгереп йөрөп, сиратта торғоһо килһен? Шуға күрә республикала граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүен халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп алғайны.

 Күп функциялы үҙәктең төп идеяһы –  "бер тәҙрә" принцибын тормошҡа ашырыу, граждандың башҡа дәүләт ойошмаларынан белешмәләр алыуын тәьмин итеү ул. Мөрәжәғәт итеүсенән бары  ғариза биреү һәм билдәләнгән ваҡытта һөҙөмтә алыу талап ителә, ә ҡалған эште, шул иҫәптән ведомство-ара килешеүҙе, Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм тейешле дәүләт, муниципаль власть органдары башҡарырға тейеш.

 – Эшемдәге төп маҡсатым – ғариза биреүселәрҙе һөнәри кимәлдә, тиҙ һәм сифатлы ҡабул итеү. Күп функциялы үҙәктең бер өлөшө булыуым менән ғорурланам. Һәр көн эшкә  ҡыуанып, йылмайып киләм, сөнки мин атҡарған ғәмәлдәр кемдеңдер тормошон еңеләйтә һәм уңайлы итә. Күп функциялы үҙәктә эшләү – минең өсөн һөнәр генә түгел, тотош булмышым ул, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп функциялы үҙәктә эшләүсе Кристина Мортазина.

Хөкүмәттә үткәрелгән кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Күп функциялы үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы операциялар залының баш белгесе Кристина Мортазинаға Рәхмәт тапшырҙы. Ул был наградаға Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге-2024” конкурсының “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы универсаль белгесе-2024” номинацияһында  еңеү яулағаны өсөн лайыҡ булды.

Шуны билдәләргә кәрәк: Кристинаны еңеүсе тип кенә әйтеп булмай, ул үҙенең изге күңелле, иғтибарлы һәм мөләйем булыуы менән дә күптәргә өлгө. Өҫтәүенә, замандашыбыҙҙың уңышы – Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең тотош командаһының ҡаҙанышы ла, сөнки был ойошмала эшләгән һәр кем дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыуҙы уңайлыраҡ, тиҙерәк алыуға барлыҡ көсөн һала.

Әйткәндәй, хәҙер күп функциялы үҙәктәрҙә ҡулланыусыны оҙатыусы секторы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында әйҙәүсе белгестәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ғариза бирергә, сайттарҙан файҙаланырға, хатта телефонға ҡушымта ҡуйырға өйрәтә һәм ярҙам итә. Өҫтәүенә, граждандарға уңайлы булһын өсөн Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Федераль Кадастр һәм картография дәүләт теркәүе хеҙмәте, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы һәм башҡа төрлө ведомстволар менән видео-ҡабул итеү эшләй.
Ғөмүмән, хәҙер күп функциялы үҙәкһеҙ көндәлек тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп булмай. Ул – дәүләттең заманса һәм юғары технологиялы йөҙө, уның интерфейсы, ул хәҙер күп кенә көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Ойошма хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың тормошоноң күп аспекттарында – милек хоҡуҡтарын рәсмиләштереүҙән алып социаль пособиелар алыуға, электрон документтар булдырыуға һәм хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә, төрлө хеҙмәттәр аша тапшырыуға тиклем ҡатнаша.
Бөгөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн бер тапҡыр ҙа беҙгә мөрәжәғәт итмәгән кешене табыуы ҡыйын. Өлгәшелгән уңыштар – Күп функциялы үҙәк коллективының, операциялар залының һәм бэк-офистың һәр хеҙмәткәренең берҙәм эш һөҙөмтәһе ул.
Кристина был ойошмала һигеҙ йыл эшләй – әйҙәүсе белгестән төп белгес вазифаһына тиклем күтәрелгән. Уны хеҙмәттәштәре һәм клиенттары яуаплы, тәжрибәле белгес булараҡ ҡылыҡһырлай.

Кристина Марат ҡыҙына – 31 йәш. Бөгөн ул тыуған ҡалаһында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы иҡтисад факультетының “Персоналға идара итеү” бүлексәһен тамамлаған, тағы “Муниципаль дәүләт сауҙаһы” белгеслеге буйынса белемен арттырған. Ире Ринат физика уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡтағы 6-сы мәктәп-гимназия директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Әйткәндәй, ҡасандыр Кристина үҙе ошо белем усағында уҡыған. Йәш ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Камилла – 4-се, Рамина 1-се класта белем ала.

 – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым бик иртә яҡты  донъянан китте. Әсәйебеҙ – Елена Михайловна – беҙҙе яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Миңә дүрт кенә йәш ине. Һеңлем Юлиә уҡытыусы булып эшләй, – ти Кристина. 

Бала саҡ хыялдарының тормошҡа ашыуы хаҡында күптәр хәбәрҙар. Крист ина ла әлеге эше хаҡында бәләкәйҙән уйланыуы тураһында һөйләне.

 – 2008 йылда, 14 йәшемдә, паспорт алырға тип килгәс, бында эшләгән матур ҡыҙҙарҙы күрҙем дә башымда “Их ошонда эшләһәң ине” тигән уй хасил булды. Ошо хыялым тормошҡа ашты, – тип ихлас һөйләне Кристина. – Һәр көн эшемә яратып киләм, клиенттар менән эшләү миңә оҡшай. Былтыр республика бәйгеһендә беренсе урынға сыҡҡайным, быйыл Рәсәй конкурсында номинацияла еңеүсе булдым. Конкурс өс этаптан торҙо. Тест һорауҙарына яуап бирҙем, әңгәмә кеүек бәйге һынауҙарын үттем.

Кристина Мортазина киләсәктә белемен тағы камиллаштырырға – хоҡуҡ тармағы буйынса уҡырға теләүе хаҡында әйтте.

 – Эшемде бик ныҡ яратам, әммә ошондай Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеп сығырмын тип күҙ алдына ла килтермәгән инем. Был хаҡта хатта уйламаным, – ти ул.

Кристина Мортазина Күп функциялы үҙәктә эшләүҙең ҙур тәжрибә туплауға этәргес булыуы хаҡында әйтте.

 – Бында беҙ ниндәй генә хәлдәр менән осрашмайбыҙ. Йыш ҡына үҙебеҙ атҡармаған эште лә тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Һәр осраҡта ла клиенттарға ярҙам итеү өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Беҙ бында халыҡҡа ярҙам итеү өсөн йыйылғанбыҙ, шуға күрә төрлө сетерекле хәлдәрҙә үҙен ҡулға ала белгән, халыҡ менән аралашҡан, хатта башҡаларҙың хәленә инергә ынтылған кеше генә эшләй алалыр,   – ти Кристина Мортазина.  – Эшемдә кешеләргә ярҙам итеүҙән, уларҙың мәсьәләләрен хәл итеүҙән кәйеф күтәрелеп китә. Ҡыйынлыҡтар булғылай, әлбиттә, был һәр ҡайҙа ла шулай, әммә улар хәл итерлек. Һәр кешегә айырым ҡараш, мөнәсәбәт кәрәк. Клиенттарыбыҙ менән уртаҡ тел табырға тырышабыҙ.

Бына шулай ғаиләһенән, эшенән, тормошонан матурлыҡ табып, һәр көнгә маҡсаттар ҡуйып эшләй һәм йәшәй Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Ошо үҙе сикһеҙ бәхет түгелме?!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас