Бөтә яңылыҡтар

450 меңлек эш хаҡына... Иранға саҡыралар

Был - алдаҡ! Уны үҙебеҙҙә лә эшләргә була.

450 меңлек эш хаҡына... Иранға саҡыралар
450 меңлек эш хаҡына... Иранға саҡыралар

Ошо көндәрҙә республика дәүләт учреждениеларының, райондарының һәм бюджет ойошмаларының рәсми почталарына республика Башлығы Радий Хәбировтың Иранда айына 450 мең һумдан ашыу эш хаҡына белгестәр — инженерҙар, табиптар, элемтәселәр йыйыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйыуы тураһында документтар килде. Был – әлбиттә, ялған! Хәлде “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы тикшерҙе.

Беренсенән, хат авторҙары һылтанған документ – 2026 йылдың 4 мартындағы “Башҡортостан Башлығының РГ-45-се бойороғо” бөтөнләй юҡ. Башлыҡтың бөтә рәсми акттары хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫыла. Икенсенән, хат ебәреүсенең адресына ҡарайыҡ: aprb_bashkortostan_kanc@mail.ru. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәте @bashkortostan.ru йәки @glavarb.ru доменын ғына ҡуллана. Һәм дәүләт структуралары документтарҙы @mail.ru аша таратмай.

“Бойороҡтоң” йөкләмәһе иһә бөтөнләй мәғәнәһеҙ. Уйлап ҡарағыҙ: Башҡортостан Иран биләмәһендә инженер-техник төркөмдәр төҙөй, пилотһыҙ аппараттарға, һаҡланған элемтә каналдарына, радиация һәм химик һаҡланыуға баҫым яһай. Был ирекле төҙөүселәр йыйылмаһы түгел, ә хәрбиләштерелгән контракт кеүек яңғырай. Бындай мәсьәләләр республиканың Сәнәғәт министрлығы аша түгел, ә федераль кимәлдә хәл ителә. Ә 450 мең һумлыҡ түләүҙәр төбәктең Резерв фондынан башҡарыласаҡ, тиелә. Был да ялған. Башҡортостандың резерв фонды 2024 йылдың 23 декабрендә бөтөрөлдө.

Был ни өсөн кәрәк? Дошман разведка мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән белгестәрҙең мәғлүмәттәрен йыя. Кешеләр “ымһындырғыс” тәҡдимгә эләгә һәм уларға “хат алыуҙы раҫларға” йәки “анкета тултырырға" тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә паспорт мәғлүмәттәрен, СНИЛС-ты, документтар сканын енәйәтселәргә тапшыралар.

Юғары эш хаҡы алырға теләһәгеҙ, бындай мөмкинлек илебеҙҙә лә бар. Былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса пилотһыҙ системалар ғәскәре булдырылды. Башҡортостанда был ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрөнә йыйыу башланды.

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәренә яҙылыу өсөн йәшәү урыныңдағы хәрби комиссариатҡа, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156) мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин. Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия – 122.

Март айы – бурандар мәле. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем быны белә һәм һауа шарттарына ҡарап эш итә. Ләкин ошонан да властарҙы әрләргә сәбәп эҙләп йөрөгәндәр табыла. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Өфө-Арена” комплексы янында МХО биләмәһенә юлланған яугирҙәр менән автобус ҡарға батты. Егеттәр, әлбиттә, аптырап ҡалмай, берҙәм рәүештә транспортты этеп сығара. Ғәҙәти хәл. Әммә ҡулында телефоны булған “оҫта” ла табыла, ул, әлбиттә, ярҙам итеү урынына, оператор ролен өҫтөн күрә.

Был юлы хайп артынан һунарға таксист-йәмәғәтсе Альберт Рәхмәтуллин сыға. Ул ҡала властарын ғәйепләп видеояҙма урынлаштыра. Күрәһең, тәҙрәгә ҡарап, автобустың батыуы сәбәбен — циклон һәм ҡар яуыуын аңлау ауыр.

Әйткәндәй, “Өфө-Арена” комплексы хакимиәте бындай сараларҙы үткәреү өсөн бушлай майҙансыҡ бирә. Совет районы хакимиәте, үҙ сиратында, бер көн алда кис эргә-тирәләге биләмәне таҙартыуҙа ярҙам итә. Әммә иртәнгә ҡалала мул итеп ҡар яуа, һәм бөтә көстәр “ҡыҙыл һыҙаттар”ҙы, тротуарҙарҙы һәм туҡталыштарҙы таҙартыуға йүнәлтелә.

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас