Бөтә яңылыҡтар

Ялған таратыу кемгә кәрәк?

Йә етемде алдайҙар, йә яңы учреждение булдырыла, йә бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ юҡ-бар таратыла. 

Ялған таратыу кемгә кәрәк?
Ялған таратыу кемгә кәрәк?

Кемдәрҙер бик тырышып, бланктар һәм ҡултамғалар менән, Башҡортостанда яңы дәүләт учреждениеһы — “Граждандарҙы ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеү үҙәге” булдырыу тураһында документ тарата. Указ да, бойороҡ та, ҡарар ҙа сығарылған. Был хаттар – ялған! Уны “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы тикшерҙе.

Башлыҡ Хакимиәтенең дә, уның исеменән хәбәр ебәрелгән Александр Шельдяевтың да быға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.

Әгәр иғтибар менән уҡыһаң, унда иң ябай хәреф хаталары тулып ята. Быны рәсми документтарҙа осратыу мөмкин түгел. Һәм тағы ла фейк авторҙары “вице-премьер” яҙыуын ҡуллана. Рәсми документтарҙа баш хәрефтән тулы вазифа ҡулланыла, тип яҙғайныҡ инде.

Һуңғы ваҡытта мутлашыусылар үҙҙәренең "бәхет хаттары" менән йышайҙы. Улар артҡандан-арта. Шуға күрә һәр беребеҙ уйау булайыҡ.

Блогер Андрей Потылицын аноним ТГ-каналдарҙың үҙ шәхесенә һөжүме барышында коррупцияға ҡаршы көн тәртибе булдырып маташа. Тик һәр саҡтағыса аныҡ эште алып, факттарҙы боҙа һәм быға бер ҡағылышы булмаған “Һөт кухняһы”на килтереп бәйләй. Потылицын драма өҫтәргә лә онотмай, мәктәптәрҙә балалар ял һәм байрам көндәрендә ас ҡала ти.

Барыһы ла ошонан башланды – Бөрө районында мәғариф идаралығының элекке начальнигы, муниципаль депутат Азамат Искәндәров ҡулға алынды. Уны 2025 йылда мәктәп яны балалар лагерҙарында туҡланыуҙы ойоштороуҙа айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләйҙәр. Тәфтиш фаразы буйынса, Искәндәров "Общепит" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Антон Верещагин менән килешеп, 13 мәктәп директорҙарын аҙна буйына төшкө аш менән тәьмин итеүгә контракт төҙөргә мәжбүр итә.

Потылицын мәҡәләнең башында уҡ “Хәбировтың һөт кухняһы” брендын ҡуллана. Тик ҡулға алынған чиновник Азамат Искәндәров мәктәп яны лагерҙарында туҡланыуҙы күҙәтә. Был сабыйҙарға һөт ризыҡтары биреү түгел, ә мәғариф өлкәһе. Бәйләнеш юҡ.

“Һөт кухняһы” проекты — республиканың социаль ярҙам программаһы, ул алты айҙан өс йәшкәсә балаларҙы, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән йөклө ҡатындарҙы һәм имеҙгән әсәләрҙе йәки МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Ул республика буйынса таратыу пункттары булған "Һөт кухняһы" махсуслаштырылған дәүләт учреждениеһы аша тормошҡа ашырыла һәм мәктәп туҡланыуына ҡағылышы юҡ. Ә Азамат Искәндәровтың эше өлкән йәштәге уҡыусылар өсөн мәктәп яны лагерҙарында дөйөм туҡланыуҙы ойоштороуға ҡағыла.

Ә Потылицындың балалар ял көндәрендә ас ҡала тигәне бөтөнләй башҡа һыймай. Тикшереү версияһы буйынса, подрядсыны, лагерҙар эш көндәрендә генә эшләһә лә, тулы аҙнаға контракт төҙөргә мәжбүр итәләр. Йәғни ял көнө өсөн аҡса – кемдеңдер кеҫәһенә киткән тип иҫәпләнә. Балаларҙың береһе лә тула мәғәнәлә ас ҡала алмай, сөнки шәмбе һәм йәкшәмбе лагерҙа булмай.

Был аҙнала мессенджерҙарҙа Октябрьский ҡалаһы башлығы Алексей Пальчинскийҙың тг-каналынан хәбәр ебәрелде. Унда, Башҡортостандың гипотетик бойондороҡһоҙлоғо ваҡытында Октябрьский Татарстанға ҡушыласаҡ, сепаратистарҙы яҡламаясаҡ һәм Рәсәй составында ҡаласаҡ, тип яҙыла. Ялған мэр ҡаланың “Татарстан менән уртаҡлыҡтары күп” тигән фекергә һылтана.

Ялған хәбәр махсус рәүештә ҡала башлығының рәсми каналына оҡшаш итеп эшләнгән каналдан килә, унда ни бары исеменең аҙағында бер хәреф кенә айырыла. Ҡала башлығының ысын каналында яҙылыусылар әҙерәк, сөнки унда алдап йыйылған боттар юҡ. Фейк иһә, ысынбарлыҡҡа оҡшаһын өсөн, махсус рәүештә күп кеше өҫтәтелә.

Бындай провокацион баҫмаларҙы башҡаларға ебәрмәгеҙ. Улар – ялған мәғлүмәт ташларға һәм хәлде һелкетергә маташыу.

Ҡазан блогеры тыйылған социаль селтәрҙә күңелде әрнетерлек тарих баҫтырып сығарҙы. Етем ҡыҙ күп йылдар фатир көтә, уны ала, ә унда барыһы ла насар – бәҙрәф емерелгән, душ кабинаһы аға, электр төҙөк түгел. Күҙ йәштәре аша был хәлде таратыуҙы е һорай. Әммә был ысынлап та шулаймы?

Мебель менән йыһазландырылған ике бүлмәле фатирҙы Регина Гадиева 2025 йылдың апрель аҙағында ала. Өй туйлар алдынан торлаҡты ҡабул итеү комиссияһы тикшерә һәм һығымтаға ҡул ҡуя: барыһы ла яҡшы, стандарттарға тап килә.

Күп тә үтмәй Гадиеванан мөрәжәғәттәр башлана. Беренсеһе шул уҡ йылдың майында унитаз багының боҙолоуы һәм душ кабинаһындағы ағыу тураһында була. Реакция шунда уҡ була: 4 июндә үк “Водоканал” оҫталары килә, урында уҡ яңы деталдәр һатып ала һәм бөтәһен дә йүнәтә.

Декабрҙә торбаларҙан һыу ағып сығыуға яңы ялыу алына. Комиссия прокуратура һәм тәфтиш комитеты менән бергә тикшереүгә сыға. Асыҡланыуынса, бер ниндәй ҙә ағыу юҡ, тик торбаларҙа конденсат йыйыла. Ҡыҙға был ғәҙәти хәл һәм торбаларҙы һөртөп алыу ғына етә тип аңлаталар.

Шул уҡ декабрҙә электр менән проблема асыҡлана. Ҡыҙ яҡтылыҡтың һүнеүенә зарлана. Баҡтиһәң, бер юлы бик күп ҡеүәтле приборҙар эшләтелгән, счетчиктың һаҡлауы эшләгән — был артыҡ йөкләнеүҙе һәм мөмкин булған янғын сығыуын булдырмаған. Үҙ теләге буйынса ул етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн белгес саҡыра, ул иҫәпләүсегә килтерелгән электр сымдарын һүндерә һәм уны туранан-тура һаҡлағыс һүндереү ҡоролмаһына тоташтыра – был яраҡһыҙ.

Был хаҡта ишеткәс, хакимиәт тәҡдим яһай: улар үҙ иҫәбенә нормаль белгес ебәрергә һәм тәүге ремонтсы ҡағылған бөтә сымдарҙы үҙгәртергә әҙер.

Һәм иң ҡыҙыҡлыһы: 2025 йылдың 24 декабренән алып бөгөнгө көнгә тиклем (2026 йылдың марты) Регинаның үҙенән бер ниндәй ҙә яңы ялыуҙар йәки ғаризалар килмәгән.

Был тарихтың әле ни өсөн баҫылыуы – сер. Блогерға асыҡ яуап бирелә. Хакимиәттең яуабында йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип һаналған фатирҙың фотолары беркетелгән, уларҙы ҡыҙ фатирҙы ҡабул иткәнгә тиклем төшөргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырмыҫҡалы ауылынан етем балаға инженерлыҡ системалары боҙолған яраҡһыҙ торлаҡ бирелеүе хаҡында телеграм-каналдарҙа хәбәр ителгәс, “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы белгестәре был тарихты ентекләп тикшерә.

Фатир мебель менән бирелә, бөтә тикшереүҙәр асыҡ була, прокуратура ҡатнашлығында, сантехниканы мөрәжәғәт көнөндә йүнәтәләр, электр энергияһын бушлай үҙгәртеп ҡорорға тәҡдим итәләр. Шуға күрә “тишекле фатирҙа ташланған етем” тураһындағы ҡайғылы тарих аңлайышһыҙ күренә.

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас