Бөтә яңылыҡтар

Һөҙөмтә бар! Артабан эшләйҙәр

Халыҡ программаһына йомғаҡ яһалды, яңы маҡсаттар билдәләнде.

Һөҙөмтә бар! Артабан эшләйҙәр
Һөҙөмтә бар! Артабан эшләйҙәр

Ун яңы мәктәп төҙөү, биш йөҙҙән ашыу йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү һәм мең ярым километрҙан ашыу юлдарҙы ремонтлау — Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуҙың биш йыллыҡ төп йомғаҡтары шундай. “Һөҙөмтә бар” форумында ҡатнашыусылар үткән этапҡа йомғаҡ яһап ҡына ҡалманы, алдағы йылдарға төбәктең үҫеш йүнәлешен билдәләйәсәк Халыҡ программаһының яңы редакцияһын да тикшерҙе. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Һөҙөмтә бар” төбәк отчет форумы үтте.

Сарала 400-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, сенаторҙар, партия проекттары координаторҙары, МХО ветерандары, әүҙемселәр, эксперттар, йәмәғәтселәр, шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар, муниципалитеттар һәм йәштәр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусылар республиканың төп тормош өлкәләрендәге ҡаҙаныштарын тикшерҙе. Иғтибар үҙәгендә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, социаль ярҙам, ҡала мөхите һәм инфраструктура. Тап ошо йүнәлештәр граждандарҙың йәшәү сифатын формалаштыра һәм төбәктең йәшәү, эш һәм инвестициялар өсөн йәлеп итеүсәнлеген билдәләй.

Көн тәртибендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам темаһы айырым урын алды. Яугирҙәрҙе реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу, торлаҡ менән тәьмин итеү һәм социаль яраҡлаштырыу мәсьәләләре дискуссияның төп блоктарының береһе булып тора. Ветерандарҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу – системалы ҡараш һәм властың бөтә кимәлдәрендә ҡатнашыуҙы талап иткән бурыс.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Мельников билдәләүенсә, 2021-2025 йылдарҙа партия эшенә йомғаҡ яһалды һәм форум сиктәрендә әҙерләнгән башланғыстарҙы индереп, һайлау алды программаһы векторы булдырылды.

Форумда Дәүләт Думаһы депутаты, төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары – партия рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. Ул конференцияла ҡатнашыусыларға партияның төбәк бүлексәһе секретары, республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен еткерҙе. Хатта Халыҡ программаһының биш йыллыҡ эшмәкәрлегенең төп йомғаҡтары тураһында һөйләнде.

Был ваҡыт эсендә республикала 10 яңы мәктәп сафҡа индерелде, тиҫтәләгән һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлдө, шул иҫәптән Республика балалар онкологияһы үҙәге, 518 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелде һәм 1500 киломептрҙан ашыу юл ремонтланды. Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп – Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендәге 2200 урынлыҡ 164-се белем биреү үҙәге асылыуы йылдың төп ваҡиғаһы булды.

Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда мәғариф һәм һаулыҡ өсөн заманса экосистема булдырылды: ауыл мәктәптәрендә 738 “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенән алып Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустағы Геном үҙәгенә тиклем. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә биш балалар поликлиникаһы, 233 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм биш амбулатор онкология ярҙамы үҙәге сафҡа индерелгән. 2025 йылда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты эшләй башланы, уның сиктәрендә уҙған йылда ғына республика дауаханаларына 99 яңы автомобиль һәм биш меңдән ашыу берәмек ҡорамал килтерелде.

Башҡортостанда 2,3 миллиондан ашыу кеше физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Биш йыл эсендә 1400-ҙән ашыу спорт объектын, шул иҫәптән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге кеүек мөһим үҙәктәрҙе сафҡа индерелде. Уларҙа дәүләт башлығы Владимир Владимирович Путин булды. Былтыр республика икенсе тапҡыр “Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге” милли спорт премияһы еңеүсеһе булды.

Башҡортостан ҡала мөхитен һәм инфраструктураһын үҫтереү буйынса ил лидерҙары иҫәбенә инә.  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә республикала 12,6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән, ә 2025 йылда 123 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндереү тамамланған. Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә I Милли премия лауреаты булды, еңеүселәр һаны буйынса илдә дүртенсе һәм йәлеп ителгән федераль средстволар күләме буйынса беренсе урынды алды. Параллель рәүештә транспорт инфраструктураһы үҫешә: Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө тамамланды, “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тормошҡа ашырыла, Стәрлетамаҡты урап үткән Р-240 юлы дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелә.

Ватанды һаҡлаусылар тураһында хәстәрлек мөһим планға сыға. Махсус хәрби операция ветерандарының тәҡдимдәре программаның яңы бүлегенең нигеҙе буласаҡ. Ғөмүмән, форумдың айырым эшсе төркөмө махсус хәрби операция темаһына арналды. “Берҙәм Рәсәй” патрияһы тарафынан йәйелдерелгән М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабтары гуманитар ярҙам йыйыу һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса бөтә ил өсөн өлгө булып тора. Республиканан яугирҙар өсөн бөтәһе 175 ылау ебәрелгән.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Думаһы депутаты, төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары – партия рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе:

– “Һөҙөмтә бар” тип аталған форум Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә үтә һәм округ форумы алдынан ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн ул Түбәнге Новгородта үтәсәк. Форум “Берҙәм Рәсәй”ҙең партия съезына әҙерлек этабы булып тора, унда беҙ биш йыл эсендә халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Уға ҙур илебеҙҙең иҡтисадтан алып социаль өлкәгә тиклемге эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре инә. Халыҡ программаһы сиктәрендә бик күп проекттар тормошҡа ашырылған.

Төбәк форумында беҙ Халыҡ программаһы буйынса биш йыл эсендә тап республикабыҙҙа нимәгә өлгәшелеүен анализланыҡ. Форумдың икенсе мөһим бурысы — алдағы биш йыллыҡҡа бурыстарҙы билдәләү һәм яңыртылған Халыҡ программаһында партияның маҡсаттарын сағылдырыу. Бының өсөн беҙ Башҡортостандың бөтә райондарынан наказдар һәм тәҡдимдәр йыйҙыҡ һәм уларҙы эш төркөмдәрендә, һуңынан пленар ултырышта тикшерҙек.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас