Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Һөҙөмтә бар” төбәк отчет форумы үтте. Сараның төп темаһы – халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуға биш йыллыҡ йомғаҡ яһау һәм уның яңы редакцияһы өсөн тәҡдимдәр әҙерләү.
Сарала 400-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, сенаторҙар, партия проекттары координаторҙары, МХО ветерандары, әүҙемселәр, эксперттар, йәмәғәтселәр, шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар, муниципалитеттар һәм йәштәр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары – партия рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова форумдың бурыстары хаҡында һөйләне.
Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, “Һөҙөмтә бар” форумы илдең бөтә төбәктәрендә үтә һәм округ форумы алдынан ойошторола. Волга буйы федераль округы өсөн ул Түбәнге Новгородта үтәсәк.
– Форум “Берҙәм Рәсәй”ҙең партия съезына әҙерлек этабы булып тора, унда беҙ биш йыл эсендә халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Уға ҙур илебеҙҙең иҡтисадтан алып социаль өлкәгә тиклемге эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре инә. Халыҡ программаһы сиктәрендә бик күп проекттар тормошҡа ашырылған, — тине ул.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.