Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “социаль селтәрҙәрҙән баш тартыу һәм гәзиттәргә кире ҡайтыу күҙаллана” тип белдерҙеләр.
Рәсәйҙәр социаль селтәрҙәрҙән баш тарта һәм традицион киң мәғлүмәт сараларына ҡайта. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе.
Парламентарий кешеләрҙең интернет-медианан “арығанлығы” тураһында ниндәйҙер тикшеренеүҙәргә таяна. Уның һүҙҙәренсә, социаль селтәрҙәрҙән баш тартыу теләген хупларға кәрәк.
– 55 йәштән өлкәндәр интернет ҡулланмай, улар социаль селтәргә инмәй. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтарын үҙгәртеү, баҫма мәғлүмәткә ҡайтыу бара. Мәғлүмәт һуғышы... Был да аңларға һәм мотлаҡ хупланырға тейешле тенденциялар, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Депутат һүҙҙәренсә, “социаль селтәрҙәрҙәге күңел асыу контенты мәшәҡәтле”, ә кешеләрҙә “етди дәүләт мәғлүмәттәре алыу ихтыяжы тыуа”.
Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһының генераль директоры Александр Широких Өфө РБК-һы менән әңгәмәлә парламентарийҙың ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙән баш тартыуы тураһындағы мәғлүмәттәрен кире ҡаҡты.
– Беҙ диджиталь медианан баш тартып, мәҫәлән, ҡағыҙ гәзиттәр файҙаһына эш итеүҙе күрмәйбеҙ. Хатта өлкән быуын, 65+ кешеләр ҙә, диджиталь медианы уңышлы ҡуллана, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, фейктар күп. Әммә тәжрибәле кешеләр аңлай: ялған булмаһын өсөн, Роскомнадзорҙа теркәлгән һәм һәр һүҙ өсөн яуаплы булған рәсми медиа социаль селтәрҙәрен уҡырға кәрәк. Бындай трендты беҙ Мәскәүҙә лә, Рәсәйҙә лә, бер ҡайҙа ла күрмәйбеҙ, – тине Александр Широких.
Эксперт әйтеүенсә, әгәр мобиль интернет сикләүҙәре һәм айырым ресурстарҙы ябыу дауам итһә, был эфир телевидениеһын ҡарауҙың артыуына килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙәр аудиторияһының ҡағыҙ киң мәғлүмәт сараларына яңынан ҡайтыуын көтөп торорға ярамай, тип ышана әңгәмәсе.
Ваҡыт күрһәтер...
Фото: Рөстәм Ишмөхәмәтовтың Телеграмдағы төркөмөнән.