

БР Судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаты Алексей Локотченко һәм уның танышы енәйәт эше ҡуҙғатылған ҡатынға РФ Оборона министрлығының вазифалы кешеләренә ришүәт биреүҙә аралашсы булып сығыш яһарға тәҡдим иткән.
Ул 10 миллион һумға үҙенең танышына хәрби хеҙмәтте ғәмәлдә үтәмәйенсә хеҙмәт итеү тураһында ялған контракт төҙөргә вәғәҙә итә, был ҡатын-ҡыҙға ҡарата алдан тикшереүҙе туҡтатыуға һәм артабан уны енәйәт яуаплылығынан азат итеүгә килтерә.
Бынан тыш, ғәйепләнеүсе танышынан хәрби комиссарға хәрби билет биргән өсөн ришүәт сифатында 200 мең һум аҡса биреүҙе талап итә. Шул уҡ ваҡытта ул аҡсаны вазифалы кешегә тапшырырға йыйынмаған. Енәйәт, уға бәйле булмаған шарттар арҡаһында, ғәмәлгә ашырылмаған.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен өлөшләтә таный. Суд ҡарары менән ул ғәйепле тип табыла, уға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 10 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнә.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
Фото: БР Судтарының берләшкән матбуғаты яҙмаһынан сриншот.