

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Беларусь һәм Рәсәй Союзының Парламент Йыйылышының Бюджет, һалымдар һәм финанс баҙары буйынса комиссияһының, Парламент Йыйылышының Иҡтисади сәйәсәт буйынса комиссияһының, Парламент Йыйылышының Транспорт буйынса комиссияһының берлектәге ултырышы үткәрелде.
Сарала ҡатнашыуға Союз дәүләтенең даими комитеты, Беларусь Республикаһының дәүләт контроле комитеты, Рәсәй Иҫәп палатаһы, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы, Беларусь Республикаһының Транспорт һәм коммуникациялар министрлығы, Рәсәйҙең Транспорт министрлығы, Беларусь Республикаһының Иҡтисад министрлығы, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Беларусь Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлыҡтары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Һәм Смоленск өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре саҡырылғайны.
“Был мөһим ултырышты үткәреү майҙансығы итеп Башҡортостан һайланыуға беҙ бик шатбыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең тәбрикләү сығышында. – Рәсәйҙең Беларусь Республикаһы һәм уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлегендә әүҙем ҡатнашабыҙ. Беларусь Башҡортостандың тышҡы сауҙа эшмәкәрлегендә етенсе урынды алып тора, ә ҡайһы бер тауарҙар буйынса тәүге урынды биләй”.
Депутаттар алдында шулай уҡ Премьер-министр урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм башҡалар сығыш яһаны.
Парламентарийҙар Башҡортостан менән Беларусь республикаларының иҡтисади өлкәлә үҙ-ара килешеп эш итеүе, Союз дәүләтенең яңы программаларын, проекттарын һәм сараларын әҙерләү мәсьәләләрен, шулай уҡ Союз дәүләтен булдырыу тураһында килешеү ҡағиҙәләрен тормошҡа ашырыуҙың 2027-2029 йылдарҙағы төп йүнәлештәре проектын әҙерләү буйынса эшмәкәрлекте ҡараны.
Сарала ҡатнашыусылар Союз дәүләте Юғары Дәүләт Советының «2024-2026 йылдарға Союз дәүләте төҙөү тураһындағы Килешеү положениеларын тормошҡа ашырыуҙың Төп йүнәлештәре тураһында»ғы декретын үтәүҙе тикшерҙе. Иғтибар үҙәгендә – һанлы сервистар һәм платформалар индереү иҫәбенә Союз дәүләтендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, дөйөм финанс баҙарын булдырыу өҫтөндә эшләү, шулай уҡ Мөлкәт реестрын алып барыу буйынса эш һәм Союз дәүләте бюджетына килем алыу механизмы йәһәтенән милек мәсьәләләрен көйләү.
Парламентарийҙарға Беларусь Һәм Рәсәй Союзы Парламент Йыйылышы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт сигенең Рәсәй – Ҡытай участкаһында үткәреү пункттарын реконструкциялау йәһәтенән Союз дәүләтенең берләшкән транспорт системаһының эш итеүе мәсьәләләренә арналған семинарҙың 79-сы ултырышы тәҡдимдәрен үтәү барышы тураһында мәғлүмәт бирелде. Бынан тыш, депутаттар “Беларусь” М-1 трассаһын киңәйтеү буйынса эштәрҙең ағымдағы торошон тикшерҙе.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Парламент Йыйылышы депутаттары союздаш милек менән идара итеү һәм союздаш дәүләттең бюджет процесын ойоштороу һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул итте.
Автор фотоһы.